Мои Конспекты
Главная | Обратная связь


Автомобили
Астрономия
Биология
География
Дом и сад
Другие языки
Другое
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Металлургия
Механика
Образование
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Туризм
Физика
Философия
Финансы
Химия
Черчение
Экология
Экономика
Электроника

Шагеев Рауф Валеевич



Рауф Валеевич Шагеев

Биобиблиография

Учалы-2014г.

Шагеев Рауф Валеевич

Кандидат филологических наук, член Союза журналистов РФ, РБ, член союза писателей РФ, РБ, известный литературный критик, лауреат премии республиканского литературно-художественного журнала “Агидель» за 2002г. Он автор энциклопедии «Золотая колыбель - Учалы», сборников «Сила художественности», «Зеркало души», «По ступеням образования», «Орбита героя в современной башкирской прозе», «Сердце отдаю детям», «Зеленый щит района», «В памяти народной», «Светлая память», «Концепция личности в современной башкирской прозе», «Будет хлеб, будет и песня», «Жемчужины района», «М.Муртазин в вечности».

Педагог, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы

Рәүеф Вәли улы Шаһиев 1946 йылдың 15 ноябрендә Учалы районы Ташҡыя ауылында тыуған. Ауылда башланғыс, Наурыҙ урта мәктәптәрендә белем ала.

1964-1969 йылдар Башҡорт дәүләт университетының филология (башҡорт-урыҫ бүлеге) факультетында уҡый. 2-се курста уҡ республиканың «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны», «Ҡыҙыл таң», «Башҡортостан пионеры» гәзиттәрендә Фәрит Иҫәнғоловтың «Батырҙар утрауы», Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Йондоҙ төҫө», Барый Ноғомановтың«Йылбабай һәм сәғәттәр» һ.б. китаптарға рецензиялары, Башрадиола һүрәтләмәләре менән сығыш яһай башлай. Юғары белем алып районда уҡытыусы, завуч, мәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе, хакимиәт башлығы, «Өлкәр» региональ журналында мөхәррир вазифаларын үтәй. Оҙаҡ йылдар матбуғатта күренмәй тора.

Һөнәре буйынса педагог Рәүеф Вәли улы Шаһиев һуңғы 15 йылда республика, район-ҡала матбуғаттарында үҙенең туған теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарих, хеҙмәт кешеләре, күренекле шәхестәр, абруйлы педагогтар хаҡында уҡымлы очерктары, һүрәтләмәләре, ижади портреттары менән сығыш яһай. Шулай ҙа уның төп йүнәлешле эше - әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе – алғы планға сыға килде. Һәр хеҙмәтендә ул (ғилми рецензиямы, ижади портретмы, мәҡәләме) маҡсатҡа ярашлы ижади эшкә әйҙәүсе педагог-ғалим, оло йөрәкле тәрбиәсе булып ҡала.

Р.В.Шаһиев бөгөнгө көндә йөҙәрләгән мәҡәләләр, рецензиялар, тиҫтәнән ашыу китаптар авторы.

1999 йылда ул филология фәндәре докторы, профессор Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов етәкселегендә ситтән тороп «Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы, ошо йылдарҙа республика күләмендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа актив ҡатнаша килде, сығыштары йыйынтыҡтар тупланмаһына индерелде.

Әҙәби тәнҡит өлкәһендә әүҙем эшләгәне өсөн 2002 йылда «Ағиҙел» журналының лауреаты исемен дә алды.

Рәүеф Вәли улы Шаһиев М.Х.Минһажетдиновтың ижад лабороторияһын өйрәнеп, ғилми эшмәкәрлегенә арналған башҡорт һәм рус телдәрендә «Ижади маһирлыҡ» исемле китабын яҙҙы, күренекле педагогтың тыуған ауылында (Ҡобағош) музейын ойоштороуҙа һәм 75, 80 йыллығын үткәреүҙә күп көс һалды. Уның авторлығында «Яҡты хәтер» китабы әҙерләнеп «Китап» нәшриәтенә тапшырылды һәм дә Марат Хәләф улының 10 йыл арауығында яҙылған хеҙмәттәренең етмештән ашыуы (улар йөҙҙән ашыу) йыйынтыҡҡа туплап нәшер итеүгә әҙерләнде.

Рәүеф Шаһиевтың «Алтын бишегем - Учалы» (Өфө. Китап. 2003й.) ҡыҫҡаса крайҙы өйрәнеү энциклопедияһы уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт булды тиһәк тә хата булмаҫ.

Башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө торошон, үҫеш баҫҡыстарын өйрәнеп, айырым яҙыусылар ижадына байҡау яһауҙа ул актив тәнҡитселәрҙең береһе, быға миҫал итеп «Күңел көҙгөһө» (Өфө. Китап. 2004й.), «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» (Өфө. Китап. 2010й.) ғилми хеҙмәттәрен килтерергә мөмкин.

Район мәғарифына арналған «Мәғариф баҫҡыстары буйлап» (Өфө. Информреклама. 2006й.) йыйынтығы уҡытыусыларҙың ауыр һәм изге эштәрен яҡтыртыуға арналды. «Йөрәгемде балаларға бирәм» исемлеһе лә нәшер ителде. Р.Шаһиевтың иғтибарынан тыуған ерҙең тәбиғәт торошо ла ситтә ҡалмай. Авторҙың «Райондың йәшел ҡалҡаны» (Өфө. Информреклама. 2006й.) исемле популяр йыйынтығын яҡташтары йылы ҡабул итте.

Рәүеф Вәли улының «Халыҡ ынйылары» йыйынтығы, «Учалы ғалимдары» очерктар китабы ла үҙ сиратын көтә. «Башҡорт прозаһында шәхес концепцияһы», «Башҡорт халҡының легендар шәхесе», «Замандаштар» йыйынтыҡтары әүҙем яҙылыу мәлен кисерә.

Р.В.Шаһиев филология фәндәре кандидаты, РФ, БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты.

Факил Мырҙабаев, РФ, БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, М.Аҡмулла, Һ.Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы.

Журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр, рецензиялар, ижади портреттар

1. Сатира оҫтаһы (М.Сәлим). Өлкәр. 1996й. 3.4 Учалы

2. Ғилем һәм рух бейеклеге (И.Ғәләүетдиновҡа – 50 й.). Өлкәр. 1997.4

3. Ныҡышмалы хеҙмәт емеше (С.Әлхәмова).Өлкәр. 1997.4

4. Тиңдәр араһында тиң булып (З.Йәрмөхәмәтов менән әңгәмә). Өлкәр. 1997.3

5. Сибай уҙаманы (И.Сабиров менән әңгәмә). Өлкәр. 1997.3

6. Ихлас күңелле кеше (Ғ.Усманов). Өлкәр. 1997.3

7. Һөнәпмәндәр етәксеһе (У.Латипов). Өлкәр. 1997.3

8. Тарихҡа баҡҡан педагог (Ә.Зарипов). Өлкәр. 1997.3

9. Күңел сафлығы, кисерештәр даръяһы. Ағиҙел. 1996.6

10. Хикәйәләрҙә - заман һулышы. Ағиҙел. 1997.4

11. Өйөрмәле елдәр аша (Б.Ноғоманов). Ағиҙел. 1997

12. Хәтерҙә юйылмаҫ золом (Ғ.Хисамов). Ағиҙел. 1998

13. Сыбар шоңҡар ҡайтты иленә (Р.Байымов). Ағиҙел.1998.2

14. Аманаттарҙа иман сатҡыһы (Р.Низамов). Ағиҙел. 1998.7

15. Күңелдәрҙе уйған золом. Ағиҙел. 1998

16. «Көндәш» - көнләшерлек китап (Н.Игеҙйәнова). Ағиҙел. 1998

17. Прозала герой асылы. Ватандаш. 1998.11

18. Яңы ҡараштар нисек туплана? Ватандаш

19. Әҙәби геройҙың яңырышы. Ватандаш

20. Ҡайҙа һин, герой? Ватандаш

21. Ғалим. Педагог. Мәшһүр фольклорсы (М.Х.Минһажетдиновҡа – 75 й.). Баш. Уҡытыусыһы. 2009.5

22. Бала күңеле – уйында (И.Ғәл-в китабына «Күңел көҙгөһө»). 2004. Өфө

23. Иманына тоғро геройҙар. Ағиҙел. 2001.2

24. Ижад ынйылары – халыҡ күңеленә. Баш. ҡыҙы

25. Рух асылы – тарихи шәхестәр йөҙөндә. Ағиҙел

26. Геройҙары менән ҡушар атлайым. Ағиҙел

27. Бер тамсы бальза. Ағиҙел

28. Шағир йәшнәүе (Р.Назаров шиғриәте). Ағиҙел. 2011.3

29. Мәшһүр ғалим һәм остаз (М.Х.Минһажетдиновҡа – 65й.). Ағиҙел

30. Ижад офоғо сикһеҙ ине (М.Х.Минһажетдинов ижады хаҡында). Ватандаш. 7.2014й.

31. М.Л.Мортазин матбуғат биттәрендә. Ватандаш. 4.2015й.

32. Ғилем һәм рух илселәре. Ижади порт-р. Ватандаш. 2015й.

Гәзиттәрҙә сыҡҡан хеҙмәттәр

1. Йыр-моң тыңлап. Совет. Баш. 1968. февраль

2. Беҙҙең Әсмә апай. Ленинсы. 1988. авторҙашы Ә. иб-в

3. «Йондоҙ төҫө» (Т.Килмөхәмәтов). Сов. Баш. 1968.февраль

4. Йыр-ҡурай хаҡында. Сов.Баш. 1969. 6 май. Авторҙашы Ж.Галин

5. Йылбабай һәм сәғәттәр (Б.Ноғоманов). Баш.пионеры

6. Батырҙар утрауы (Ф.Иҫәнғолов). Баш-н. 1972й.

7. Тамсыла ҡояш сағыла (Д.Бүләков).Баш.пионеры. 1972

8. Учитель по призванию и убеждению. Серп и молот. 1996. 25 апрель

9. Фән күгендә атылған йондоҙ. (М.Минһ-в). Яйыҡ. 1996.28 сен.

10. Туған телгә өйрәнеү менән уҡытыу айырмаһы. Яйыҡ. 1996. 13 авг.

11. Ижад доғалары (Ғ.Хөсәйенов). Башҡ. 1996

12. Һәр кем үҙ урынында яуаплы (М.Кирәйев). Башҡ. 1996

13. Киләһе уңышты уйлап (Ғ.Сибәғ-н). Башҡ. 1996.5 май

14. Тәүге шарт – талапсанлыҡты күтәреү. Яйыҡ. 1996

15. Учалы төбәгендә ниҙәр эшләнә (В.Ғәйфуллин). Зам. Башҡ. 1996

16. Яҙмыштарҙан уҙмыш барҙыр. Ҡыҙың таң. 1996. 2 июль

17. Әманәттә чагыла иман нуры (Р.Низамов). Ҡыҙ. Таң. 1996

18. Ырыуым саҡыра (Р.Янғужин). Зам. Баш. 1996.31 май

19. Моталов гәлсәрҙәре. Зам. Баш. 1996. 27 апрель

20. Яҙыусы «Һабантуй» геройҙары араһында. Зам. Баш. 1991.5 июль

21. «Нағыш»тағы һағыш хистәре. Яйыҡ

22. «Һаумы, зәңгәр һауа!». Яйыҡ. 1996. 17 окт.

23. «Оҙонгүл игене». Яйыҡ. 1996

24. Юғары тонда эшлекле һөйләшеү. Яйыҡ. 1996

25. «Һабантуй» ром-ң геройҙары менән осрашты. Яйыҡ. 1996. 20 июнь

26. Яҙыусы «Һабантуй» геройҙары менән. Урал. 1996. 11 июнь

27. «Арҡайым» роман-гәзитендә «Көнгәк» романы. Зам. Баш. 1996

28. Кулибиндар төбәгенән – Вәлит Етембаев. Яйыҡ. 1996. 7 ноябрь

29. Йөрәк йылыһы һалынған йылдар. Баш-н

30. Иманға ҡайтыу юлында. Башҡ. 1996. 19 ғинуар

31. Матур уйнау үрнәкле йәшәүгә тиң. Ҡыҙ. Таң. 1996. 18 июнь

32. Һүҙ тылсымына эйәреп. Башҡ.

33. Геройҙары беҙҙең арала. Зам. Башҡ. 1997. 12 июль

34. Тамғалы ҡарағай буралары. Зам.Башҡ. 1996. 12 июль

35. Ҡайҙа генерал? Зам. Башҡ. 1996. 11 апрель

36. Рухы һүнмәҫ Фәриҙә. Зам. Башҡ. 1996

37. Тәбиғәт йырсыһы (Н.Мусин). Зам. Башҡ. 1996. 22 март

38. Выждан (Л.Янбаева). Яйыҡ. 1996

39. Учалы серен асыусы. Башҡ. 1996

40. Шағирҙың ижад толпары. Йәшлек. 1996. 7 сен.

41. Матур уйнау өлгөлө йәшәүтә тиң. Башҡ. 1996. 10 июль

42. Матур уйнау өлгөлө йәшәүтә тиң. Башҡ. 1996. 18 июль

43. Халыҡ рухына тос хеҙмәт (Ә.Сол-в). Башҡ.

44. Белем йортон төҙөүсе (Н.Тажет-в). Яйыҡ. 1997. 10 июнь

45. Уҡытыусыларыма – мәдхиә. Яйыҡ. 1997. 10 июнь

46. Йәшәү мәғәнәһе (Р.Мөслимова). Яйыҡ. 1997. 8 март

47. «Өлкәр» - респ. Каталогында. Яйыҡ

48. Белем йортон төҙөүсе (Н.Таж-в). Зам. Башҡ. 1997. 24 апрель

49. «Улькар» в каталоге. Серп и Молот. 1997

50. «Урал батыр» эпосы мәктәп сәхнәһендә. Яйыҡ. 1997. 20 февраль

51. Славный сын башк-го народа (М.Муртазину – 100 лет) Серп и Молот. 1997. 16 дек.

52. Муса батыр йәшәй күңелдә. Яйыҡ. 1997. 18 дек.

53. Күңел ғазабы аша. (Ф.Мырҙ-в). Зам. Баш. 1997. 3 апр.

54. Һүҙ тылсымын асыусы (В.Псәнчин – 70). Башҡ. 2000

55. Сатирасында сандал чаткылары. Ҡыҙ. Таң. 1997

56. Яҡташтарҙың яҡты рухына (Р.Насиров). Яйыҡ. 1997. 2 окт.

57. Шағирҙың юбилей кисәһе. Яйыҡ. 1997. 3 апр.

58. Устарымда ер йылыһы. Баш. Яйыҡ

59. Бар ниәтем – алдан барып етеп

60. Ҡояш сыҡҡас ҡалҡыр йәйғорға. Баш. 1997. 24 апр.

61. Ғалим. Педагог. Фольклорсы. Яйыҡ

62. «Көҙгө ташҡын хистәре» (Р.Лоҡманов). Яйыҡ

63. «Йырғанаҡ» (Б. Янб№в). Яйыҡ

64. «Сыңрау торналар иле»нә сәйәхәт. Йәшлек

65. Иманы камил геройҙар. Башҡ.

66. Матур осланған кәбәндәр. Зам. Башҡ.

67. Күңелемдә бурыс тойғоһо. Зам. Баш.

68. Ата-бабам баҡҡан ер (Р.Насиров). Баш.

69. Хикәйәләрҙә характер асылы. Зам.Баш.

70. Ҡаһарманлыҡ юлында. Зам.Баш.

71. Күп яҡлы таланттар эйәһе. (Ғ.Хөсәйенов). Йәшлек. 1998. 9 апр.

72. Высота Ишмухамета. Серп и Молот. 1998. 1 янв.

73. Ғилем һәм рух бейеклегенә. Яйыҡ. 1998. 6 ғин.

74. Муса Мортазинда ниҙәр бар? Яйыҡ. 1998. 19 май

75. Ғилем һәм рух бейеклеге. Атайсал. 1998. 6 фев.

76. Бөтәһе өсөн дә бер булһын. Баш. 2000. 18 май

77. Йүнәлешле, маҡсатлы программа. Яйыҡ. 2000.3 фев.

78. «Ватандаш» - биш йыл ғүмер. Авторҙашы З.Шаһиева. Башҡ. 2001. 21 фев.

79. Легендар полководец. Яйыҡ. 2001. 20 дек.

80. Таланты ачылган мәл иде... Ҡыҙ.таң. 2002. 22 дек.

81. Ҡулы ипле, һөнәре изге. Башҡ. 2002. 2 фев.

82. Тәбиғәт балаһы. Баш. 2002. 18 июль

83. Заманга аваздаш, юлда юлдаш бул. Ҡыҙ. Таң. 2001. фев.

84. Милли матбуғат – рухи донъябыҙ. Яйыҡ

85. Премияға лайыҡ булды. (Р.Солт-в). Яйыҡ

86. Ер кешеһе. (Р.Динис-в). Яйыҡ

87. Иманына тоғро геройҙар. Яйыҡ. 2001. 22 фев.

88. Төрки әҙәбиәтендә беренсе тәжрибә. Башҡ. 2002. 18 окт.

89. Әҙиптең ижади уңышы. Яйыҡ. 2002. 14 ноябрь

90. «Йөрәгемде балаларға бирәм». Яйыҡ. 2005. 27 окт.

91. Ученый и педагог. (М.Х.Минһ-в). Серп и Молот. 2006. июль

92. Чабан (М.Рәхм-н). Яйыҡ. 2003. 10 июль

93. Изгелек ҡыл да һыуға һал... Башҡ. 2005. 12 май

94. Ахундар киләсәккә атлай. Яйыҡ. 2005

95. Ахун килене (С.Вафина). Яйыҡ. 2005

96. Ил алдында йөҙө яҡты. Башҡ. 2004. 1 фев.

97. Главное в жизни – любовь близких. Серп и Молот. 2005. 16 июль

98. Ижад офоҡтары сикһеҙ ине (М.Х.Мин-в). Башҡ. 2008. 23 дек.

99. Милли рух камиллығы өсөн. Башҡ. 2008. 19 дек.

100. Сафлыҡ йырсыһы. Баш. 2008

101. Хәтер һәм әҙәби типтар. Йәшлек

102. Таш-ҡаялы Ташҡыя. Яйыҡ. 2007. 6 дек.

103. Ташҡыя – Мишкә. Яйыҡ. 2007 дек.

104. Ул кабызган утлар. Ҡыҙ.т. 2008. 3 дек.

105. Аҙнабаев аҙымдары. Яйыҡ. 2009. 2 июнь

106. Милләт рухы – тарихыбыҙҙа. Баш. 2009. 19 дек.

107. Һүҙ тылсымын асыусы (В.Псәнчин). 2009. 25 март

108. Хеҙмәтеңде халҡың онотмаҫ. Баш. 2009. 22 ғин.

109. Батырға һәйкәл ҡуяйыҡ. Яйыҡ. 2009. 11 авг.

110. Муса батыр ҡаһарманлығы. Баш. 2009. 19 март

111. Әҙибәнең фекер арғымағы. Яйыҡ. 2009. 6 окт.

112. Башҡорт ғилемиәтенең пәйғәмбәре. Баш. 2009. 18 март

113. Исемен мәңгеләштереп. Яйыҡ. 2009.май

114. Бәхете хеҙмәттә һәм балаларҙа. Башҡ. 2010

115. Бәхетем – балаларҙа. Яйыҡ. 2010. 14 ғин.

116. Ғалимәнең фекер арғымағы. Ҡыҙ.Т. 2010. 10 авг.

117. Ярҙамдары онотолмай. Баш. 2011

118. Беҙҙең староста. Баш. 2011.20 дек.

119. Рухлы әҙип. (Т.Сәғитов). Урал. 2011. 14 апр.

120. Уҡытыусы – бөйөк исем. Яйыҡ. 2011. 23 авг.

121. Прозала Муса батыр асылы. Яйыҡ. 2011. 20 дек.

122. Муса батыр. Баш. 2012. 9 фев.

123. Тарихҡа баҡҡан – киләсәген тапҡан. Яйыҡ. 2012. 22 май.

124. Һәйкәлдәр тереләр өсөн. Яйыҡ. 2012. 17 март

125. Халыҡ рәхмәтен алып. Йәшлек. 2012. 15 июнь

126. Сафлыҡ йырсыһы (С.Әлибай). Йәшлек. 2013. фев.

127. Нур сәсәмен халҡыма. Йәшлек. 2013

128. Тарихҡа баҡҡан – киләсәген тапҡан. Йәшлек

129. Тарихҡа баҡҡан – киләсәген тапҡан. Яйыҡ

130. Маһир ижадсы. Яйыҡ. 2013

131. Р.Хажиевҡа арналған хәтирәләр (Староста). Йәшлек. 2013

132. Мөҙәрис бабай уландары. Яйыҡ. 2014

133. Ф.Туғыҙбаева шиғриәте. Баш. 2014

(Аҡҡош йыры итеп яҙайымсы)

134. М.Х.Мин-в. Буклет. 80 йәш. Ҡәләмендә ҡөҙрәт булды. 2014. май

135. Башҡорт ғилемиәтендә яҡты йондоҙ ине (М.Х.Мин-ҡа – 80 йәш)

136. Ғалимдың рухи һәм фәнни мираҫы (М.Х.Мин-ҡа – 80 йәш). Баш. 2014. 16 май

137. Изге эштәре онотолмай. (М.Х.Мин-в. Хәтер кисәһе). Баш. 2014. 7 июнь

138. Лайыҡлы шәхес (Күр. Педагог – ғалим, мәшһүр фольклорсы М.Х.Мин-втың тыу. 80 йыл. Яйыҡ. 2014. 20 май.

139. Педагог – ғалим М.Х.Мин-в. Ҡыҙ.таң. 2014. 17 май

140. Хаттар яҙҙым ултырып... (Р.Камалға 60 йәш). Йәшлек. 2014. 27 июнь

141. Һүҙем әҙәп, әҙәбиәт һәм Әхәт хаҡында. (Ә.Н.Вилдановҡа 70 йәш). Баш. 2014. 16 авг.

142. Байрамғол Мараттары. Йәшлек. Автор

143. Наурыҙ мәктәбенә мәдхиә. Яйыҡ. 2, 9 август. 2014

144. Ауылдаштарыма мәдхиә. Яйыҡ. 2015

145. Мәңге халыҡ хәтерендә (М.Л. Мортазин). Яйыҡ. 2015

Ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыштары

1. Башҡорт прозаһында герой асылы. Өфө. БДУ. 2000й.

2. Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат образы (йыйынтыҡҡа ингән – 358-361 биттәр). 2003. СДПИ

3. М.Х.Минһажетдинов – ғалим, педагог, фольклорсы. Учалы. 2009й.

 

Р.В. Шаһиев үҙенең уҡытыусыһы М.Х.Минһажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә «Яҡты хәтер», «Халҡыңа хеҙмәт иттең – халҡың онотмаҫ» йыйынтыҡтарын яҙып нәшриәткә тапшырҙы. Уның тыуған ауылы Ҡобағошта музейын булдырыуҙа һәм асыуҙа турана-тура ҡатнашты.

Р.В.Шаһиев филология фәндәре кандидаты, РФ, БР Яҙыусылар собзы ағзаһы, билдәле әҙәби тәнҡитсе, М.Х.Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты.

Автор һәм уның хеҙмәттәре тураһында уҡыусылар

1. Беҙ хупалйбыҙ. Р.Ниғмәтуллин. Яйыҡ. 1997. 19 август

2. Минең тәҡдимем. Н.Ишм-ҡа. Яйыҡ. 1997

3. Беҙ ҙә энциклопедиялы булдыҡ. Ә.Сафина. Яйыҡ. 2003. май

4. М.Мин. исем. прем. лайыҡ. Н.Тажет-в. Яйыҡ.

5. «Алтын бишегем - Учалы» Р.Насиров. Башҡ-н

6. «Күңел көҙгөһө» З.Хисаметдинова. Яйыҡ. 2004. 2 ноябрь

7. «Китап» тәҡдим итә. Р.Шаһиев. «Күңел көҙгөһө». Баш. 2004. 27 окт.

8. Педагог. Ғалим. Журналист. Яйыҡ. 2006. 14 ноябрь (авторы М.Ямал.)

9. Изге ынтылыш. Р.Низамов. Баш. 1998. 15 июль

10. Ғалим һәм педагог М.Х.Мин-в. исем. прем. тәҡдим итәм. Гөлнур Заһирова. Яйыҡ

11. Ул быға лайыҡ. И.Минһ-ва. Яйыҡ. 2009. 13 ғинуар

12. Булыр илдең улдары. И.Янбаев. Яйыҡ. 2009. 8 окт.

13. Учалы егете. Р.Хажиев. Йәшлек. 2012. 17 ғинуар

14. Педагог. Ғалим. Яҙыусы. Ф.Фәттәхова. Баш-н

Ҡәләмдәштәр сәләме

1. В.Ш.Псәнчин

2. Г.Яҡупова

3. Р.Насиров

4. Ғ.Хөсәйенов

5. Аҙаш, һаумы әле! Р.Насиров

6. Р.Камал

7. Ф.Мырҙаҡаев

8. И.Ғәләүетдинов

9. Педагог-ғалим Р.Хажиев

Ҡотлауҙар

1. 50 йәш тулыуға

2. 60 йәш тулыуға

Р.Шаһиев мөхәррирлегендә

нәшер ителгән китаптар

1. Л.Сәйфетдинов. Яҡты хеҙмәт юлы. 2007. Учалы

2. Ф.Ҡәләмова. Нур сәсәмен халҡыма. 2013. Учалы

3. Әхмәҙиә сәсән (әҙерләнгән). 2013. Учалы

 

Авторҙың китаптары

1. Алтын бишегем – Учалы (ҡыҫҡаса энциклопедия). Өфө. Китап. 2003

2. Ижади маһирлыҡ. (М.Минһажетдиновтың ғилми мираҫына байҡау) Белорет. 2004

3. Күңел көҙгөһө (Тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар) Өфө. 2004

4. Зеленый щит района (Учалинскому лесхозу – 70 лет). Уфа. 2006 Информреклама

5. Мәғариф баҫҡыстары буйлап. Өфө. 2006. Информреклама

6. Башҡорт прозаһында герой орбитаһы. Өфө. Китап. 2010

7. Йөрәгемде балаларға бирәм. Учалы. 2011

8. Яҡты хәтер. Өфө. Китап. 2015

9. Хеҙмәтеңде халҡың онотмаҫ. Өфө. 2015

10. Учалы ынйылары. Учалы. 2013

11. Учалы ғалимдары. Учалы. 2013

12. Халыҡ хәтерендә. Учалы. 2014

13. Икмәк булһа, йыр ҙа була

14. Башҡорт прозаһында шәхес асылы (сиратта)

15. Замандаштар (кеше күңеленә сәйәхәт)

16. Автореферат

17. Библиографик белешмә

Авторҙың хеҙмәттәренә яҙылған рецензияларҙың бер нисәһе.

1. Башҡорт прозаһында герой орбитаһы. Ә.Вилданов.

2. Кәрәкле китап. Р.Байымов.

3. Башҡорт прозаһында герой орбитаһы. З.Шәрипова.

4. Башҡорт прозаһында герой орбитаһы. М.Иҙелбаев.

5. Китап булырға хаҡлы. Р.Хажиев.

6. Башҡорт прозаһында герой орбитаһы. Р.Камал.

7. Отзыв на автореферат. Р.В.Шагиева ӨКонцепция героя в современной башкирской прозеӨ. В.Окорокова.

8. Алтын бишегем – Учалы (Р.Насиров). Башҡ-н гәзите. 2003.

Рәүеф Шаһиев «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» исемле мәҡәләләр

йыйынтығы тураһында фекерҙәр

Йыйынтыҡ 30 мәҡәләнән тора. Улар ваҡытында барыһы ла ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан. Күбеһенсә теге йәки был яңы әҫәргә рецензия рәүешендә яҙылһалар ҙа, автор уларҙа яҙыусының дөйөм ижадына, осор әҙәбиәтенә лә бик уңышлы экскурстар яһай, параллелдәр үткәрә. Һөҙөмтәлә мәҡәләләр бәләкәй-бәләкәй генә ижади портреттар рәүешендә ҡабул ителәләр. Һәр мәҡәләнең үҙәгенә авторҙың ижадына хас проблеманы ҡуйып ҡарау ҙа ошо тойғоно көсәйтә. Ә дөйөм алғанда, китап, әҙәби процеста барған айырым үҙенсәлекле моменттарҙы эҙмә-эҙлекле бер епкә теҙеп, системалаштырып, хәҙерге әҙәбиәтебеҙ тураһында киң мәғлүмәтле, төплө бер фекер булырға оҡшай. Ул студенттар, уҡытыусылар өсөн дә, әҙиптәрҙең үҙҙәре өсөн дә, күп һанлы әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә кәрәк. Уңайын тура килтереп, уны тиҙерәк баҫтырып сығарыу яғын ҡарау кәрәктер. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу хәйерле. Бөгөнгө әҙәбиәт тураһында әйтелгән һүҙ ҙә бөгөн үк ишетелергә тейеш.

Вилданов.

Кәрәкле китап

Хәҙерге мәлдә әҙәби тәнҡиттең һүнеп барыуын иҫәпкә алып, Рәүеф Шаһиевтың ҡулъяҙмаһы ошо бушлыҡты билдәле кимәлдә тултырып та тора. Китапта егермеләп авторҙың әҫәрҙәренә, ижадына байҡау-баһа бирелгән. Әлбиттә, ҡайһы бер сығыштар библиографик характерҙа, улар ҙа кәрәк, әҙәбиәт, бигерәк тә хәҙерге әҙәбиәт анализ-байҡауға һәм дә баһалауға бик мохтаж.

Р.Шаһиевтың мәҡәләләр йыйынтығын шуларҙы иҫәпкә алып нәшергә тәҡдим итергә кәрәк тип уйлайым. Шуның менән бергә китапты баҫмаға әҙерләгәндә тағы бер ҡат ентекле редакторлар, ваҡытлы матбуғат шарттарына ярашлы яҙылған рецензия йә эмоциональ баһа, ҡоро раҫлау (юбилей мотивтары, декларатив баһа) мотивтары мәлдәрен ғилми яҡтан тәртипкә килтереп сығырға ине.

Бындай мәлдә һис юғы әҫәрҙең сюжет-фабулаһы менән таныштырырға мөмкин. Уны эшләү әҙер текст өҫтөндә ҡыйын түгел, автор быға өлгөргән, нәфис әҙәбиәт тураһында иркен, ғилми күҙлектән фекер йөрөтә.

Р.Байымов,

БДУ профессоры.

Й.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәнҡит секцияһы ултырышы 1-се һанлы

протоколынан күсермә

Ҡатнаштылар:Р.Н.Байымов, М.Х.Иҙелбаев, Р.З.Хажиев, Ә.Х.Вилданов, Ғ.С. Ҡунафин, З.Я.Шәрипова.

Тикшерелде:Р.В.Шаһиевтың «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» исемле әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығының ҡулъяҙмаһын тикшереү.

Сығыш яһанылар: БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире, Башҡортостан Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, профессор Р.Н.Байымов, доценттар М.Х.Иҙелбаев, Р.З.Хажиев, БДПИ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире Ә.Х.Вилданов (сығыштар теркәлә).

Ҡарар:Р.В.Шаһиевтың «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» исемле әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы ҡулъяҙмаһын хупларға, сығыштарҙағы теләктәрҙе иҫәпкә алып, яңынан ҡарап сыҡҡандан һуң, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә тәҡдим итергә.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәнҡит секцияһы рәйесе М.Х.Иҙелбаев.

Секретары З.Я.Шәрипова.

Июнь.

Р.Шаһиевтың «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» тигән әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы хаҡында

Һуңғы йылдар әҙәби процесында яңы художестволы әҫәр тураһында матбуғатта фекер ишетеү ҙур проблемаға әүерелде. Ғалимдар әҙәбиәт тарихын, монографиялар яҙыу менән шөғөлләнде, уларға алмашҡа йәш быуындың килеүе оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Әҙәби тәнҡит буйынса белгестәр юҡ дәрәжәһендә ҡалды.

Рәүеф Шаһиев (Учалы ҡалаһы) ошо хәлде бер үҙе тиерлек үҙгәртергә тырышты: «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Ағиҙел» һ.б. журналдар биттәрендә уның яңы китаптар тураһындағы мәҡәләләре әленән-әле күренә торҙо. Уларҙы «уҡыусы фекере» тип кенә баһалап булмай, төп көндәлек әҙәби тәнҡит талаптарына яуап бирерҙәй сығыштар. Р.Шаһиев ошо мәҡәләләрҙең прозаға ҡағылышлыларын ғына бергә туплап, йыйынтыҡ ҡулъяҙмаһы итеп әҙерләгән. Йыйынтыҡҡа индерелгән прозаиктар контингентына иғтибар итәйек: Б.Рафиҡов, РСолтангәрәев, Р.Байымов, Н.Мусин, Т.Ғиниәтуллин, Р.Өмөтбаев, Т.Сәғитов, Б.Ноғоманов, Р.Низамов, М.Ямалетдин, Ғ.Хисамов, А.Баһуманов, Ғ.Хөсәйенов, М.Сәлимов, Р.Насиров, Н.Игеҙйәнова һ.б.

Күренеүенсә - бөгөнгө көндә актив эшләгән яҙыусылар. Йәштәр ҙә ситтә ҡалмаған – Ф.Мырҙаҡаев, Ф.Вәлиуллиналарҙың китаптары хаҡында һүҙ бар. Әҙәби процестың айырым күренештәрен дөйөмләштереүгә дәғүә иткән мәҡәләләр ҙә индерелгән: тәнҡитсе бөгөнгө көн хикәйәләренә күҙәтеү яһай, проза геройы проблемаһы хаҡында уйлана. Дөйөм алғанда, ҡулъяҙмала бөгөнгө көн прозаһы торошо тотошлай тиерлек сағылыш таба. Бары тик В.Псәнчин, И.Ғәләүетдинов, Р Шәкүрҙең тел ғилеменә ҡағылышлы китаптарына арналған мәҡәләләрҙе генә ситкә ҡуйып торорға кәрәк. Йыйынтыҡтың исеме хаҡында ла уйланаһы бар.

Ҡулъяҙма нәшриәттә донъя күрһә, киң ҡатлам уҡыусылар өсөн бөгөнгө көн башҡорт прозаһы хаҡындағы үҙенә күрә бәләкәс кенә белешмә ролен дә үтәр ине.

М.Иҙелбаев.

Китап булырға хаҡлы

Рәүеф Шаһиев - әҙәбиәт ғилемендә яңы исем түгел. Әле студент йылдарында уҡ ул республика гәзиттәрендә әҙәби тәнҡит мәҡәләләре менән йыш ҡына сығыш яһай торғайны. Ләкин ваҡыт үтеү менән ул юғалып ҡалды. Быға бәлки урта мәктәп директоры, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләү мәшәҡәттәре лә үҙ тамғаһын һалғандыр. Тик учалы яҡтарында беренсе «Өлкәр» журналының баш мөхәррире булып эшкә күскәс кенә, уның исеме республика гәзиттәре һәм журналдарында йәнә күренә башланы. Хәҙер инде ул элеккесә өйрәнсек студент булып түгел, бәлки тормош һынауҙары аша үткән һәм башҡорт әҙәбиәте тураһында етди фекер йөрөтә алырҙай тәжрибәле һәм үҙенсәлекле тәнҡитсе булып күҙ алдына килеп баҫты.

Минең алда – Рәүеф Шаһиевтың матбуғатта донъя күргән әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән төҙөлгән «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» тигән йыйынтығы. Ул тик һуңғы йылдарҙа ғына ташҡа баҫылған прозаға туҡтала һәм бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең тотҡаһын тәшкил иткән егерменән ашыу яҙыусының теге йәки был әҫәрен ентекле анализлай ҙа, ошо әҫәр аша уның бөтә ижадына байҡау яһай. Был бик отошло алым һәм ул әҙәбиәт ғилемендә киләсәктә киңерәк, тәрәнерәк урын алырға тейештер. Яҙыусыларҙан Булат Рафиҡов һәм Роберт Байымов, ноғман Мусин һәм Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Солтангәрәев һәм Тайфур Сәғитовтар менән бер ҡатарҙан әҙәбиәткә әле генә аяҡ баҫҡандарҙы ла урап үтмәй тәнҡитсе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Р.Шаһиев уларҙы айырып, ситләтеп ҡарамай, бәлки бөтәһенә лә тигеҙ баһа бирә, маҡтап та ала, тәнҡитләй ҙә.

Йыйынтыҡтың тағы ла бер ыңғайяғы бар. Ул яҙыусыларыбыҙҙың романдары, повестары, хикәйәләре, йә булмаһа «Ағиҙел» журналында сыҡҡан хикәйәләр тураһында ғына түгел, бәлки Марат Минһажетдинов, Рим Янғужин, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Рәшит Шәкүр, Вәли Псәнчин кеүек арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың ижады хаҡында ла төплө фекер йөрөтә, уларҙың әлегә билдәһеҙ һыҙаттарын аса. Ә был бит бик һирәк күренеш.

Минеңсә, йыйынтыҡты үҙебеҙҙең «Китап» нәшриәтендә айырым китап итеп баҫтырып сығарғанда, ул студенттарға, уҡытыусыларға ғына түгел, ә башҡорт әҙәбиәте, башҡорт фәне менән ҡыҙыҡһынған бөтә замандаштарыбыҙға ла уңайлы ҡулланма, «өҫтәл» китабы булыр ине.

Ризван Хажиев, филология фәндәре кандидаты. 2002 йыл.

Рецензия

Рәүеф Шаһиевтың «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» ҡулъяҙмаһын диҡҡәт менән уҡып сыҡтым.

Автор, минеңсә, әҙерлекле филолог, тәнҡит мәҡәләләре ваҡытлы матбуғат биттәрендә әленән-әле донъя күреп тора. Иң мөһиме: ижадсы ең һыҙғанып эшләй, көндәлек тәнҡитебеҙҙә ифрат актив ҡатнаша. Дөрөҫөн әйткәндә, уның егәрлегенә, фекерҙәренең тос, әйткәненең төплө булыуына ҡайһы бер дәрәжәле-дәрәжәле, исем-вазифалы тәнҡитсе коллегаларыбыҙ ҙа көнләшер ине.

Р. Шаһиевтың ҡулъяҙмаһын ихлас күңелдән «Китап» нәшриәтенә тәҡдим итәм. Теләгем: тәнҡитсе киләсәктә мәҡәләләренең теленә нығыраҡ иғтибар итһен, стилен тағы ла шымарта төшһөн ине. Ошо ҡулъяҙмаһы нигеҙендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаһа ла, эсте тишмәҫ ул, тим.