Мои Конспекты
Главная | Обратная связь


Автомобили
Астрономия
Биология
География
Дом и сад
Другие языки
Другое
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Металлургия
Механика
Образование
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Туризм
Физика
Философия
Финансы
Химия
Черчение
Экология
Экономика
Электроника

Учалы районы, Илсе ауылы.



 

Изге ынтылыш

Рәүеф Вәли улы Шаһиев Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында уҡ төрлө темаларға әүҙем яҙышты. Хәтерҙә, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың беренсе китабы «Йондоҙ төҫө»нә Фәрит Иҫәнғоловтың «Батырҙар утрауы»на яҙған рецензиялары Марат Хәләф улы Минһажетдинов тарафынан юғары баһаланғайны. Ул заманда һуңғы курста уҡыған талиптар төркөм-төркөм булып педагогик практиканы Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә үтә ине. Уның йомғаҡтары буйынса факультеттың әҙәби түңәрәге гәзитендә һәм «Ленинсы»ла Рәүефтең туған әҙәбиәтте уҡытыу методикаһы һәм пропагандалау юҫығында теоретик характерҙағы мәҡәләһе баҫылды. Был мәҡәлә үҙенең конкретлығы, үткерлеге, туралығы менән ҡайһы бер «йоҡомһорап» ҡына эшләп йөрөгән уҡытыусыларҙы ла ситләтеп үтмәне. Вәли Шәғәли улы Псәнчин, Марат Хәләф улы Минһажетдинов, Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов етәкселегендә Күгәрсен, Учалы райондарына тел һәм фольклор экспедициялары, «Башҡортостан пионеры»нда эшләп алыу, республика гәзиттәре менән башланған әҙәби бәйләнеш уға артабан журналислыҡ эшендә ҡәләмен шымартырға, халыҡ менән аралашыуға, әҙәбиәткә ныҡлап яҡынлашыуға, фекер йөрөтөүгә мөмкинлектәр асҡайны. Тыуған яҡтары тартҡандыр егетте: ул учалыһына уҡытырға ҡайтты. Оҙаҡ йылдар уның исем-шәрифе матбуғатта күренмәне. Ул уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе, хакимиәт башлығы булып эшләгәндә, әлбиттә, әҙәбиәттә, мәғарифта булып торған яңылыҡтар уның иғтибарынан ситтә ҡалманы, күп уҡыны, тәжрибә тупланы. Ә һуңғы ваҡытта Рәүеф Шаһиев имзаһы менән көндәлек матбуғатта төрлө проблемаларға йүнәлтелгән сығыштар йышайҙы. Уның гәзит-журналдарҙа баҫылған очерктары, һүрәтләмәләре, интервьюлары тормош тәжрибәһе менән һуғарылып, йәшәү мәғәнәһе айышына төшөнөп яҙылған була. Һуңғы ике йылда Учалы ҡала-районының новатор педагогтары, атҡаҙанған уҡытыусылары, мәктәп етәкселәре, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәрҙәренең, ғалим-педагогтарҙың ижади эшмәкәрлеген яҡтыртҡан портреттар серияһын яҙып сыҡты. Автор уларҙы бергә туплап китап итеп сығармаҡсы. Рәүеф Шаһиевтың геройҙары – күбеһенсә ябай хеҙмәт кешеләре, уларҙың уй-кисерештәре, ауылса алсаҡ йөҙө, саф күңеле, йор һүҙе, ғаилә бәхете, һөйәлле ҡулдары менән хәләл икмәген үҫтереүселәр. Шуға ла уның мәҡәләләре уҡымлы, яҡтылыҡ һибеп, кешене иманға саҡырып тора. Рәүеф студент йылдарында Марат Минһажетдинов, Роберт Байымов йоғонтоһонда башлаған башҡорт яҙыусыларының, ғалимдарының китаптарына ғилми һәм методик йүнәлештәге рецензиялар яҙыуын ныҡ активлаштырҙы. Ошо йәһәттән тәнҡитсе булараҡ нәфис әҙәбиәтте уҡыусы күңеленә тиҙерәк еткереү маҡсатында әҫәрҙәргә йыллыҡ күҙәтеүҙәр яһауын «Ағиҙел» журналы аша бермә-бер ижади һәм системалы алып бара. Төпкөлдә йәшәп һәм әҙәби яңылыҡҡа үҙ тауышыңды беренселәрҙән булып белдереү һәр кемгә бирелгән һәләт түгелдер, тип уйлайым. Халҡыбыҙҙы ғәфләт йоҡоһонан арындырыуға, был ауыр заманда кеше рухына йән өрөүҙә, бөгөн әҙәбиәттең бар нәфислеген, матурлығын, төпкөл асылын, уның геройы булмышын уҡыусыға еткереүҙе республика буйынса, тураһын әйтергә кәрәк, иң оператив һәм проблематик йүнәлештә, заман күҙлегенән сығып эшләгәндәрҙән Учалынан Рәүеф Шаһиевты, Ҡырмыҫҡалынан Рим Исхаковты айырыуса билдәләп үтергә кәрәк. Был ике иптәшкә Яҙыусылар, Журналистар союзынан, Мәғариф Министрлығынан, «Китап» нәшриәтенән тейешле кимәлдә иғтибар үә ҡурсалау ҙа булһа икән. Мин, мәҫәлән, Рәүеф Шаһиевтың замандаштарына арналған очерктарын, яҡташтарының рухи кимәлен күтәргән, уларҙы халыҡ күңеленә һалған һүрәтләмәләрен, хәтирәләрен, бөгөнгө әҙәбиәтте һәм туған тел торошон сағылдырған проблемалы мәҡәләләрен, яҙыусылар ижадына ҡарата аҡыл төбөнән яҙылған ғилми рецензияларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым. Һәр әҫәрҙән ул матурлыҡ эҙләүсән, шул күңел матурлығын һәм яҙыусы позицияһын милли үҙенсәлектәре менән бәйләп, уҡыусы күңеленә еткереүсән. Был – ҙур һәм бик тә мөһим эш.

Эйе, Рәүеф Шаһиев бөгөн үҙ булмышына ҡайтты. Ул замандың иң актуаль һәм оператив жанрҙары – публицистикала, әҙәби тәнҡиттә үҙ фекерен әйтә алыусы, яңы һулыш менән ижад итеүсе журналист ҡәләменә эйә. Уның үҙ төбәгендәге ябай хеҙмәт кешеләренең ғәҙәти йәшәйеш, баш баҫып, сабыр ғына башҡарған эштәрен һүрәтләгән мәҡәләләре, әңгәмәләре уҡыусы тарафынан көтөп алына. Ҡоро һүҙ булмаһын өсөн бер нисәһен атап китәйек. Уның ҡәләме аҫтынан үҙ эштәренең оҫталары «Ауыл Кулибины Етембаев», «Эшләйем Марат», «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух», атҡаҙанған уҡытыусылар хаҡында педагогик очерктар, ижади портреттар сериялары бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

Рәүеф Шаһиевтың тағы бер эше хуплауға лайыҡ. Ул үҙенең университет өйрәткән, аныҡ йүнәлеш биргән ғалим-педагог, яҡташы Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың иҫтәлегенә «Яҡты хәтер» исемле хәтирәләр китабын туплап нәшриәткә тапшырҙы. Мәшһүр ғалим-педагогтың 65 йәшенә арнала ул китап. Беҙ был хәтирәләрҙә ул замандың әсе, үҙәккә үтерлек сәйәси елдәрен күңел аша үткәреп, арҙаҡлы ғалимдың быға тиклем асылмаған кешелеклелек сифаттарын, ижад маһирлығын, халҡының ялҡынлы патриоты булыуын, киләсәккә ниндәй матур пландар ҡороп йәшәргә өмөтләнгәнен дә тулыраҡ күҙ алдына килтерербеҙ, тип уйлайым. Рәүеф Шаһиевтың үҙ булмышына ҡайтыуының икенсе бер дәлиле. Үҙе ныҡлы сер итеп тотһа ла, әйтәйем инде, үпкәләмәҫ, моғайын: филология фәндәре докторы, профессор Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов етәкселегендә «Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы» темаһы өҫтөндә эшләй, кандидатлыҡ минимумдарын тапшыра. Ғилми ынтылышҡа юлы маҡсатлы уның. Р.Шаһиев – Рәсәй, БР Журналистар союздары ағзаһы. Учалы төбәгендә нәшер ителгән республикала берҙән-бер баҫма «Өлкәр» төбәк журналының мөхәррире вазифаһын башҡара. Мөхәррирҙең иң теләгәне – журнал биттәрендә кешеләргә иман асылын еткереү, әхлаҡ, аңлы белем, яҡшы тәрбиә үрнәктәрен шәхес күңеленә һалыу, халҡыбыҙҙың милли рухын тергеҙеүгә ярҙам итеп, ижади көстәрҙе үҫтереү. Ошо йүнәлештә журнал изге эштәр үтәп килә. Кеше күңелен зирәк аңлаусы, төплө фекерле Рәүеф Шаһиевтың журналистика, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге һәр яҡлап маҡтауға һәм билдәле бер баһаға лайыҡ, тип иҫәпләйем.

Рәшит Низамов, яҙыусы.

 

 

ДИПЛОМ

Кандидата наук

КТ №018109