Мои Конспекты
Главная | Обратная связь


Автомобили
Астрономия
Биология
География
Дом и сад
Другие языки
Другое
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Металлургия
Механика
Образование
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Туризм
Физика
Философия
Финансы
Химия
Черчение
Экология
Экономика
Электроника

Шалтыраша башланы.



Ташҡыяның егеттәре,

Кәләш һорай башланы... йәиһә,

Ташҡыяның таштары,

Шыбырлаша башланы,

Ташҡыяның ҡыҙҙары

Кейәү һорай башланы... – тип, төрлө тамашалар ҡороп, күңел асҡандар.

Дауыл-ғәрәсәттәр, бола замандарҙа был тауҙың мәмерйәгә оҡшаш ҡыуышлыҡтары халыҡты үлемдән йолоп ҡалған.

Ҡаяташтан тирә-яҡ ус төбөндә ята кеүек. Ана, Наурыҙ ауылын, МТС-ты үҙ ҡосағына алған Боғасты (Бүгәсәү-Пугачев яуы туҡтап киткән), Ҡалсығай тауҙары, килә бирә үҙенең сафлығы менән дан ялғап Балэскән шишмәһе тау үҙәндәренән бормаланып килеп Яйыҡ-Уралға ҡоя. Бурһыҡ, Иван ташы, Аратүбә, Ялай, Өй ташы, Ҡанса, Аҡтүбә, Ҡантүбә тауҙары пәйҙә була. Был тау-түбәләр бөгөн дә сал тарихтың, Тиләү ырыуына ҡараған ер-һыу атамаларының серле мөғжизәләрен һаҡлап килә.

Граждандар һуғышында ҡан ҡойошҡа шаһит Верхнеурал-Талҡаяла биләмәләре менән Типәү ерҙәре үҙҙәре генә был төбәк кешеләренең дауыллы йылдарҙағы ҡаһарманлығы йылъяҙмаһы ул.

Окоп соҡорҙары менән уратылған Аҡтүбә һәм Ҡантүбәләрен Дутов етәкселегендәге аҡ ғәскәрҙәрҙән азат итеү өсөн алышта баштарын һалған Верхнеурал, Волков, Форштадт, Мәҫкәү, Йәндек (Йәһүҙә), Ташҡыя, Ахун, Наурыҙ, Сораман, Көсөк (Маяҡ) ҡыҙырармеецтары, партизандары хаҡында йылъяҙмалар тыуып торор әле. Был төбәктәр утлы өйөрмәнең уртаһында ҡайнаған Зәки Вәлиди Туған, Муса Мортазин, Әмир Ҡарамышев һ.б. ҡаһарманлыҡтарын уҡыусы Роберт Байымовтың «Сыбар шоңҡар» тарихи-документаль романын уҡып үҙенә күп нәмә аласаҡ.

Ауылымдың тыуған йыл танытмаһы билдәле түгел. Күренекле тарихсы Ә.Әсфәндиәров китаптарында ла Ташҡыя (Мишкино) исеме генә телгә алына. Күрше Мәҫкәү, Йәһүҙә, Ғәҙелша ауылдарының барлыҡҡа килгән йылынан тоҫмаллағанда, Ташҡыя-Мишкәнең дә яҡынса тыуған йылын билдәләп булалыр. Ул 1750-1760 йылдар арауығы. Әгәр шул һандарҙы шартлы рәүештә алһаҡ, атайымдың нәҫел шәжәрәһендә Шаһиәхмәт олатайымдың ағаларынан Шаһишәриф олатай 1818 йылда тыуғаны билдәле. Уның ағаһы Шаһимәрҙән, атаһы Мөхәмәтйәндәрҙең йәше тағы ла олораҡ. Һис юғында ошо фараздың ҡалыуы хәйерлерәктер. Был датаны инҡар итеү кәрәкмәйҙер, сөнки был йылдарҙы күрше ауыл, ундағы йәшәгән халыҡтарҙың хәтирәләре, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, ғаилә бәйләнештәре, туғанлыҡ гендары, урындағы ауыҙ-тел ижады, легендалар, йырҙар нығыта төшә һымаҡ.

Беҙ бала саҡта оҫта хикәйәтсе, хәтер төбөнөң тәрәнлеге, тормошсан көләмәстәре менән тирә-яҡҡа исем-шәрифе сыҡҡан, ҡул оҫтаһы, ауылдың тере тарихсыһы Хәйбулла олатай Нәсибуллин һөйләгәндәре иҫтә ҡалған. Ошо легенданы Ташҡыя ауылында тыуған, әлеге көндә Учалы ҡалаһында йәшәгән Ғәҙәкә апай ҙа дәлилләп ҡуйғайны, ул да әсәһе Мәйсәрә инәйҙән, ололарҙан ишетеп, хәтер һандығына һалып ҡуйған.

...Борон ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ һәм нуғайҙар беҙҙең ерҙәргә барымтаға килгән. Бер мәл ҡаҙаҡтар килеп баҫҡан. Ҡаҙаҡ батырына ҡаршы көрәшкә башҡорттарҙан Хисмәтуллин Харрас ҡарттың улы Уйылдан ҡаршы сығып баҫа. Майҙан түңәрәгендә аяуһыҙ алыш башлана. Тотошлай кәүҙәһе майланған, ҡояшҡа йылҡылдап торған ҡаҙаҡ батырының билен ҡымтырлыҡ түгел. Уйылдан ни тиклем генә ғәйрәтле булмаһын, майлы тос кәүҙәне матҡып ала алмай ҙа ҡуя икән. Төш ауыша, көрәш яланы таҡырайып бөтә. Албырғап бөткән ике батыр тубыҡтарына ултыра төшә. Шул мәл Харрас ҡарттың асыулы тауышы яңғырай:

- Тиләүҙең намыҫын һатаһың, мәлғүн малай! Ике ҡабырғаһын тишә төрт, бармаҡтарыңды батыр, бөрөп ал, аяғын үләндән айыр, күкрәгеңә һал, башың аша ялпайт, - тип улының яурынына ҡыллы сыбыртҡыһын һыҙыра тарта.

Күҙҙәренән уттар күренә егеттең. Көрәш яланы менән бергә ҡайнашып торған халыҡ әйләнеп үк киткәндәй итә. Оҙаҡ айҡашалар былар. Ҡаҙаҡтар яғынан: «Бына, исмаһам, көрәшә, уй-бай, батыр, как Мишка алыша!» - тигән хайран тауыштары ишетелә. Сыбыртҡы осо ныҡ сәменә тейә Уйылдандың, ҡайҙандыр илаһи көс килә, дәрт ала ул. Таҫыллы егет ҡаҙаҡты күкрәгендә бер-ике һикерттереп, баш өҫтөнән ергә бырғый. Йәйләү халҡы «аһ» итеп тә өлгөрә алмай ҡала. Ҡаҙаҡ батырын ат септәһенә һалып, майҙандан алып сығалар. Эйе, тарихта бындай хәлдәр күп булған.

«Мишка»ның «Мишкино» булып китеүенә бер ҙә аптырарға ярамай. Ә Ташҡыя ҡая ташлы тау аҫтына һырынып ҡына урынлашыуы менән исемен халыҡ тарих ташына яҙып ҡалғандыр.

Беҙ иҫ белгәндән ауылдың оло кешеләре һаналған Сәлим, Тайфур, Сабит, Хәйбулла олатайҙарҙың исем-шәрифтәрен атап үтәһе килә.

Ауылда иң оҫта сәс алыусы, үҙенең «ғәли» бәкеһе менән баштарҙы ялтлатып ҡырып ҡуйған Сабит бабай Сәғитуллиндың алсаҡлығы иҫтә ҡалған. Болдоронан малай-шалай өҙөлмәне. Беҙ килеп тулабыҙ ҙа, беребеҙ һепертке, икенсе-өсөнсөбөҙ тырма, һәнәк алып ҡапҡа эсендә өйөрөлөп йөрөп эшләгән булабыҙ, ҡартың ҡыуанып китә, киң итеп, ихластан һөрән һала: «Хәбирә, Хәбирә, тейем, ана, минең помощниктар килде, май-икмәгеңде, ҡатыҡ сығар, һыйлап ебәрәйем әле еүеш танауҙарҙы», - тейер ҙә, үҙе лә беҙҙең менән ҡапҡылап алыр ине. Шунан сәс ҡырыу башлана, мәҙәктәр һөйләй, беҙҙе көлдөрә.

Һәр саө шаян, төртмә телле, теремек, малайҙарға төрлө шуҡлыҡтар уйлап табыусы, махоркаһына сәсәй-сәсәй мәрәкәләр, тәләкәләр һөйләүсе Сәлим бабай, үҙенең сәсән теллелеге, боронғо хикмәттәрҙе түкмәй-сәсмәй еткереүсе Хәйбулла бабай бөгөн дә тереләй күҙ алдына килеп баҫа.

Ул колхозға ридуан (бесән тейәүгә ҡулайлаштырылған ҡоролма), тырма, лобогрейкаларға, веялкаларға рәшәткәләр яһай ине, кәҫ менән ябылған оҫтаханаһында тимерлеге гөрләп эшләп торҙо. Тәүхизә әбей менән ғүмер иттеләр.

Ауылда тәүге мунса Тайфур олатайҙарҙа булды. Ул – Яйыҡ буйындағы картуф баҡсаһының һөҙәк урынында ергә уйып кереп, ситән менән үрелеп, ҡыҙыл балсыҡ, һалам онтағы менән һылатып нығытылған ҡара мунса ине. Мунса мөрйәһенән һис тә төтөн өҙөлмәне. Кешеләр сират алып мунса төштө. Алсаҡ күңелле Тайфур ҡарт кәзә һаҡалын елпетеп, ауылдаштарына ихлас булды. Кәүҙәһе дәү булыуға ҡарамаҫтан, шәп йүгерер ине ҡартың. Матур итеп күрептәр иште ул. Ҡаҙ, тауыҡ ситәүкәләренең иҫәбе-һаны булманы. Тирлән знакумдары, Верхнеурал урыҫтары, нуғай ҡаҙаҡтары килеп, кәрзинкәләрҙе маҡтай-маҡтай алып китә торғайны. Ҡала баҙарына барһа: «Тайфурка приехал, жулдос Тайфурка приехал!» - тип торалар ине уны. Шыйҙап торған муйыл үҫентеләренән үрелгән күрептәр ауыл кешеләренең хужалығында ла, колхоз эшендә лә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте әле. Уның таш келәтендә булмаған нәмәнең үҙе юҡ ине, шикелле. Был йүнсел ҡарт үҙенең улы Мотаһарға ла яҡшы хеҙмәт тәрбиәһе бирҙе. Мотаһар ағай ҙа егәрле булды. Һуғыштан ҡайтҡас, ғүмерен малсылыҡҡа арнаны. Ҡотой ауылы ҡыҙы Хөсниямал еңгә менән уңған улан-ҡыҙҙар үҫтерҙеләр. Миңә ҡорҙаш Рәйестең әсәһе ауылда тәүгеләрҙән булып кишер, һуған, ҡыяр, шалҡан сәсте, емерелеп уңа торғайны. Уларға кергән бала-саға буш сыҡмай, шуныһы етмәгән, төндәрен халыҡ йоҡоға талғас, «Ҡасҡын» уйыны һылтауы менән шуҡ малайҙарҙың алыштырғыһыҙ башлыҡтары Мөхәммәт, Тәлғәт, «түтәлдәр» хужаһы Рәйестең күрмәмешенә һалышҡан «ярҙамы» менән баҡсалағы күҙҙе ымһындырған йәшелсәләрҙе һирәгәйтеп тә сығырға өлгөрә инек.

Ауылым кешеләре борондан татыу йәшәй, шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә бауыр баҫып бергә кисерә килә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, унан һуңғы быуын вәкилдәренең хәтһеҙе юҡ инде бөгөн. Күптәре әле лә үҙҙәренең ниндәйҙер сифаты, айырым ғына холоҡ-фиғеле менән үҙҙәрен оноттормай.

Дәминдәр Сәлихов, Аҡыл, Хәйбулла, Мөхәммәт, Мәхмүт, Ғәйфулла, Мофассал, Ҡадир, Ишбулды Аллаяровтар, Тәлғәт, Ишмөхәмәт Фәхрисламовтар, Һағынбай Хисмәтуллин, Әсғәт, Сөләймән, Ғәлимйән Йәрмөхәмәтовтар, Нәбиулла, Ғәлиулла, Фәйзулла, Алмас, Зиннәт Мәүлетовтар, Ғамир, Шәмсетдин, Фәрит Сөләймәновтар, Әхмәт, Нәзир, Әмир Хәйбуллиндар, Мотаһар, Рәйес, Вәрис Иштимеровтар, Мөғәллим, Мөхтәр, Әхмәр, Әбрәр, Ғиззәт Бапаниндар, Әүхәзи, Вәли, Мөхәмәҙиә, Фәһим, Фуат, Рәүеф Шаһиевтар, Вәкил, Ғәлиәхмәт, Нуриәхмәт, Талха Сәғитуллиндар, Риф, Рим Махияновтар хужалыҡтың төрлө тармағында тир түктеләр. Мөғәллим ағайҙың ғаиләһе күптәргә өлгө булып торҙо. Үҙе «Ворошилов» исемендәге колхоздың умартаһын ҡараны, ҙур уңыштарға өлгәште. Балэскән йылғаһының башында урынлашҡан бал ҡорто станынан кешеләр өҙөлмәне, төрлө тарафтан тәжрибә уртаҡлашырға йыш килер булдылар. Хәснә еңгә менән эш һөйөүсән балалар үҫтерҙеләр. Миңә тиҫтер Мөхтәр генә яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы юл фажиғәһендә. Ҡыҙҙары Мәрйәм, Таңсулпандың үҙ ғаиләләре ишле. Әхмәр Мәҫкәү ауылында совхоз хужалығында, Әбрәр – Межозерныйҙа эшләй, кеселәре – Ғиззәт атай нигеҙендә. Бер мәрәкә иҫкә төшә. Мөғәллим ағай эштән «төшөрөп» ҡайтҡан, кеҫәһендә бер «шкәлник»те еңгәй абайлап, тартып алғансы көрмәкләшеп китәләр былар. Ағай аҫта ята: «Подожди, Хәснә, өҫкә сығып алайым әле, покажу», - ти икән был ғәйрәт ҡылып.

Ғәлимйән Ағзам улы Йәрмөхәмәтов бала саҡтан һәйбәт спортсы булды, оҙон дистанцияға йүгереүҙә уның алдына сығыусы һирәк ине, шикелле. Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайтты. Тормош иптәше, Кәрим ауылы ҡыҙы Лия еңгәй менән ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә бирҙеләр. Зөһрәләре бөгөн Илсе ауылы мәктәбендә география фәненән уҡыта, директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары, директор булып эшләй, мәғариф алдынғыһы. Иптәше Ғәлим Батыршин, инженер, һәләтле композитор, билдәле эстрада йырсыһы.

Ғәлимйән ағай ауылда беренселәрҙән булып юғары уҡыу йортон тамамланы. Бөгөн ул РФ мәғарифы отличнигы, ихтирамға лайыҡ уҡытыусы-ветеран. Әсәһе Сәлиха инәйҙең әйткән һүҙҙәре, өгөт-нәсихәттәре һаман да ҡолаҡ төбөндә сыңлай. «Ағайҙарың малсы, механизатор, Ғәлимйән, һәйбәт уҡының, һүҙ тейҙермәнең, йөҙ ҡыҙартманың, һиңә ярҙам итергә хәлебеҙ бар, артабан уҡырға тырыш инде, йәме!..»

Әсәнең әйткәнен Ғәлимйән ныҡ тотто, ауырлыҡтары осрап торһа ла, ҡулына янып торған диплом алды. Әхмәт ағай Хәйбуллин Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды булһа ла тик ятыуҙы белмәне. Күп йылдар келәт, ырҙын табағы мөдире, бригадир, иҫәп-хисапсы, һатыусы булып торҙо. Үҙе ҡулдан ырып-ҡырып эшләгән шахмат уйынында уның алдына сығыр кеше булмағандыр. Уйын барышын көн дә күҙәткән беҙгә, малай-шалайға, уның шашка, шахмат серҙәренә яҡындан танышырға, өйрәнергә лә насип булды. Тура һүҙле, эш өсөн үтә лә яуаплы ине.

«Һүҙен бирмәҫ, тырыш Әхмәт!» - тиерҙәр ине уның хаҡында. Бесән мәлендә лапаҫ башында йоҡлап китеп, ат төшөп егергә һуңлап ҡалған малайҙар сандырына аҙ эләкмәне инде кесерткән, шыйыҡ тал сыбығы ағайҙың. Был уның беҙҙе эшкә, тәртипкә өйрәтеү ғилләһе булғандыр инде, күрәһең. Әхмәт Муса улы ул заманда ауылдың иң ҙур түрәһе, әйткәне закон булды. Шулай ҙа, түрә кешеләрҙе йәберләмәне, ҡайһы бер ауыл бригадирҙары кеүек, һыбай килеш ҡамсы менән ярманы. Кәрәк саҡта ныҡ ҡына ярҙам да итте.. Өйҙәренән кеше өҙөлмәне, Сажиҙә еңгәнең еҙ самауыры һәр саҡ шыжлап ултырыр ине. Балалары Рәйҙә, Нәзир, Әмир ҙә үҙҙәренә оҡшап тиҫтерҙәренә ҡарата әүҙем-баһымсаҡ булдылар, түрә балалары икәнлегенә һылтана белмәнеләр, ҡуҡырайып йөрөмәнеләр. Әйткәндәй, ауыл халҡы ул заманда бригадирҙарҙан уңды. Бер-бер артлы Сабир Сәйетҡужин, Фазылйән Йәнтүрин, Р әшит Вәлиев, Солтанғәли Сәйетғәлин, һуңынан «Байрамғол» совхозы ойошторолғас, управляющийҙар Уйылдан Рәхмәт улы Исламов, Ҡамса Закир улы Ғайсин үҙҙәренең тыңғыһыҙ эшмәкәрлеге, йүнселлектәре менән әүрәтә белделәр, кешеләр, оло-кесеһе эш тигәндә атлығып торҙолар.

Нәбиулла ағайҙың «Натий»ы, Ғамир ағайҙың «Коммунар»ы (һуңынан «СК-3»,«СК-5») баҫыуҙарҙа көн-төн эшләне. Комбайнына мөкиббән ғашиҡ Ғамир «аҡай» (кешеләр шулай яратып әйтер ине) Сөләймәнов иҫ китмәле итәғәтле, ярҙамсыл кеше булып хәтерҙә уйылған. Бункер төбөндә ҡайтҡан бойҙай-һолоһо ла халыҡтың ҡош-ҡортонан артмай, үҙенә булмаһа булмаһын, һепереп алырға килгән күрше-күләнде кире бороп сығармаҫ ине. Йылдың-йылы Муса Ғәлләмов менән сәмле ярышып иген һуғыуҙарын, күсмә вымпелдарҙың, йондоҙсоҡтарҙың бункерҙан-бункерға күсеүен ауылдаштар ҡыҙыҡһынып күҙәтер булды. Шул мәрәкә генә хәл иҫтә һаман да. Мөхәммәт күршем менән зыярат түбәһендә беттекәй-йыуа ашап йөрөйбөҙ. Ул шым ғына миңә өндәшә:

- Рәүеф, ҡара әле, «аҡай» комбайнынан иген түгеп ята, әй! Мин дә күҙ һалдым. Шул арала Мөхәммәт миңә:

- Ҡараңғы төшкәс тә тоҡ алып сәлдерәйек әҙерәк, тауыҡтарҙың еме юҡ, - ти. Килешмәй хәл юҡ, беҙҙең ҡош-ҡорттар ҙа элмәндән йөрөй шул. «Ярай, әтү», - тием. Төн булды, сентябрь айы, туптай атылып айы ла ҡалҡып килеп сыҡты, хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй. Тоҡтарҙы йомарлап төшкәнбеҙ. Киндер араһына килеп керҙек. Өс-дүрт тоҡтай бойҙай баҙырап ята. Икебеҙ ҙә ялан-йолан ҡарайбыҙ, арба тәгәрмәсе келтер-келтер сылтырауы, ат бышҡырғаны ҡолаҡҡа салына. Ашыҡ-бошоҡ ике тоҡҡа икешәр биҙрәләй ишкәнебеҙҙер. Йәш бойҙай тос ҡына, күтәрергә хәлдән килә килеүен, шулай ҙа һөйрәп алып киттек. Күпмелер шыуғас, хәл алып ятабыҙ. Йәшел киндер янында Ғамир ағай менән Рауза еңгәнең тауышы сыға.

- Муса килеп етмәҫ борон ошонда ғына түгеп киткәйнем, ана, тегендәрәк микән, һин ошо тирәне һәрмә әле, мин төпкәрәк керәйем, - тип шыбырлай. Ағайыбыҙ беҙҙең яҡҡа ыңғайлай, өҫкә менеп килә. Ҡот бот буйына килеп ятабыҙ, тын алған да юҡ. Рауза еңгәнең: «Ғамир, таптым, бына бор атыңды!» - тип әйтә һалды, «Уф!» ҡотолдоҡ, баштан тәүҙә шул уй үтте. Улар ҡуҙғалғансы шәүләләрен генә күҙәтеп ятырға тура килде. Емле булдыҡ, йәнәһе. Ул мәлдә беҙ үҙебеҙҙең колхоз милкенә ҡул һонғаныбыҙҙы аңланыҡ микән, бөгөн әйтеүе ҡыйын. Бәлки был төнгө «ем» операцияһы йәшәргә тырышып-тырмашып ятыуҙың бер касафаты, йәиһә, юҡлыҡтың бер ғилләһе лә булғандыр инде. Фәһим ағайым Совет Армияһы сафында Ҡаҙағстанда хеҙмәт итте, хеҙмәттән һуң шунда төҙөлөш эшендә ҡалды ла, 3 йылдан ғына ауылға ҡайтты. Фуат ағайым Вознесенкала механизаторҙар курсын бөтөп тәүҙә Ғамир ағайҙың СК-3 комбайнында ярҙамсы булып эшләне лә армияға китте. Хәйбулла ағай менән Польшала хеҙмәт иттеләр. Уларҙың 3-әр сумаҙан тулы күҙҙең яуын алырҙай тауар, беҙҙең ғүмерҙә лә күрмәгән әйберҙәр тейәп ҡайтҡаны хәтерҙә. Уйскийҙа шоферҙар курсын тамамланы, оҙаҡ йылдар машинала эшләне. «Байрамғол» совхозында, партия сафына инде, һуңғы йылдарҙа вафатына ҡәҙәр Благовар районының Языково ҡасабаһында шофер, гараж мөдире, механик, диспетчер, предприятиела партия ойошмаһы секретары, пенсияға сыҡҡас та Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһында диспетчер вазифаларында эшләне. Ғәлиә еңгә менән ике ҡыҙ: Әлфиә, Лилиәне үҫтерҙеләр. Хәҙер үҙҙәре лә ғаиләле. Фуат ағайым Илнар ейәнен генә иркәләп ҡалырға өлгөрҙө. Фәниә һеңлем менән Өфөлә уҡығанда беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ булды. Уральскийҙа ике бүлмәле фатир алып инәйем менән йәшәне. Машинала эш менән Өфөгә килһә, тоҡ-тоҡ ашамлыҡ ҡалдыра, беҙгә шул ғына кәрәк, 10-15-әр көн байрам булып ҡала ине беҙҙең өсөн. Фәһим ағайым менән Тәнзилә еңгәнең бик аҡыллы Ләлә ҡыҙҙары үҫте, гел «бишле»гә уҡыны урта мәктәптә, юғары белем алды, әлеге көндә баш бухгалтер булып эшләй Учалылағы балалар йортонда. Анатолий кейәү менән Андрей улдарына, Алена ҡыҙҙарына юрист, экономист һөнәрҙәренә юл астылар.

Фәһимә апайым Мәҫкәү ауылында китапханасы булып эшләне. Өфө китапхана техникумын тамамлағас та юғары белем алырға әҙерлеге лә, теләге лә бар ине. Иртәрәк тормошҡа сыҡты, уҡыу туҡтап ҡалды. Төрлө йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашты, агитатор, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә сәхнәнән төшмәне, үҙе матур итеп йырлай, ихласлыҡ, юғары патриотик рухта шиғырҙар яттан һөйләр ине. Нәсим еҙнәй менән ишле ғаилә үҫтерҙеләр. Зөһрәнең, Рәмзиә, Илүзәнең хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Нил, Рәсим улдары армиянан ҡайтҡас гүр эйәһе булып ҡуйҙылар. Йәмилдәре ауылда йәшәй. Техниканың «ене» ҡағылған кешеләр Ташҡыя ауылының яртыһын биләгәндәр, ҡалғандары малсылыҡта хеҙмәт итте.

Ауылымдың ҡатын-ҡыҙҙары ғаилә тотҡаһы булараҡ күптәргә өлгө булып донъя көттөләр, һуғыш йылдарында ир-зат уҙамандарын алмаштырҙылар, балаларын да ас-яланғас итмәнеләр. Иң олоһо Хәшүрә инәй, уға ҡала Хәҙисә, Хөсниямал, Шәрифә, Сәлиха, Хәбирә, һуңғараҡ Мөхөпъямал, Мәликә, Мөслимә, Фатима, Хәлисә, Хәбибъямал, Хөсниямал, Латифа, Зөләйха, Маһикамал, Мәйсәрә инәйҙәрҙең, йәшерәк быуын Хәлиҙә, Ғәлимә, Ғәҙәкә, Тәүхиза, Маһира, Ғәззә, Зөбәйҙә, Мәүжиҙә, Зәйтүнә, Шәмсиямал, Мәстүрә, Өмөкамал, Рәйсә, Әсмә, Фәһимә, Мәүлиҙә, Нура, Фәриҙә, Мәймүнә, Саима апайҙарҙың, Сажиҙә, Рауза, Мөслимә, Асия, Әҡлимә, Хөмәйрә, Мәүжиҙә, Ғәнидә, Рәшиҙә, Хәснә, Ғәлиә еңгәләрҙең матур итеп донъя көткән, буй еткергән, ауылы өсөн хеҙмәт иткән бала-сағалары менән күптәр ғорурлана ала.

Өргөн ҡыҙы Ғәлиә еңгә, Ташҡыя килене булып, хаҡлы ялға сыҡҡансы һатыусы булып эшләне. Алмас ағай менән татыу ғүмер иттеләр, тырыш балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ауылда иң күркәм, йыйнаҡ һәм ҙур уларҙың йортолор, моғайын.

Тиҫтерҙәремдән Рим, Мөхтәрҙең, беҙҙән кесерәк Нәзирҙең ғүмерҙәре иртә өҙөлөүе үкенесле. Римдең гармун-баянда һыҙҙыртып уйнап ебәреүҙәре ҡолаҡ төбөндә сыңлай, йәшлеккә алып ҡайта. Улар ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәргә, балалар үҫтерергә хыялланды. Аталарының төҫө, түл хәтере булып улан-ҡыҙҙары буй еткерҙе, ғаилә ҡорҙо. Нәзирҙең улы Ишморат Ғәрәбстанда юғары дини белем алып Өфөлә иман нурҙары тарата. Ташҡыя ауылынан 28 ир-уҙаман (һәр өйҙән берәү) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Шуларҙың 18-е яу яланында ятып ҡала. Тиҫтәләгән яугир һуғыштың тәүге йылында уҡ хәбәрһеҙ юғала. Шаһибал Иштимеров госпиталдә ҡаты яранан үлә. Бер ғаиләнән Сәлмән, Әнүәр Йәрмөхәмәтовтар 1941-1942 йылдарҙа аяуһыҙ һуғышта баш һала. Минең Әүхәҙи бабайымдың улы, ике туған ағайым Мөхәмәҙиә Шаһиев 1945 йылда батырҙарса һәләк була. Һуғыштан ҡайтып, колхоз эшендә, төрлө тармаҡтарҙа хәләл көсөн биреп эшләп яҡты донъянан киткән 10 һуғыш һәм хеҙмәт ветераны һәр кемебеҙҙең күңел түрендә урын биләгән. Ҡәһәрле һуғыш ауылда бер ғаиләне лә урап үтмәне. Беҙ көллөбөҙ ҙә Ташҡыя мәктәбендә башланғыс белем алдыҡ. Беҙҙе Мозафар Дәминдәр улы Йәһүҙин уҡытты. Ул күрше Йәһүҙә ауылы кешеһе. Оҙаҡ йылдар ғүмерен мәғарифҡа арнаны ағайыбыҙ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, мөғәллим ғаиләһе менән Мулдаш ауылында, һуңынан Алтынташ станцияһында йәшәне. Улар мәктәптең бер яғында торҙо. Мозафар ағай бай мәғлүмәтле уҡытыусы ине. Беҙҙең өсөн иң ауыр арифметика, иң ҡыҙыҡлыһы хеҙмәт, физкультура, рәсем, йыр дәрестәрен һаман да иҫләйбеҙ. Ағайыбыҙҙың һәр һөйләмендә мотлаҡ «безобразие Баку» һүҙбәйләнешенең ҡыҫылып китеүе беҙгә ул ваҡытта ҡыҙыҡ күренә. Һуңынан, ҙурая төшкәс кенә белдек, уҡытыусыбыҙ Бакула хеҙмәт иткән булған икән беҙгә килгәнсе. Мозафар ағай бик оҫта итеп мандолинала уйнауы әле лә ҡолаҡ төбөндә ҙыңлап тора кеүек. Мандолина ҡылдарын сиртә башлауға ағайҙың бөтә кәүҙәһе музыкаға ҡушылып тирбәләме ни! Ирен-урттары, ҡолаҡтары, танау япраҡтары хәрәкәткә килә, һорғолт күҙҙәре яна, осҡонлана, ҡалын ҡаштары ҡыбырлай, башы сайҡала, аяҡтары тыпырлай башлай. Был мәлдә ул бөтә донъяһын онотоп уйнаған көйөнә бөтөнләй йотола. Бындай кешеләрҙе сәнғәттә виртуоз тиҙәр, оҫталыҡтың иң бейек нөктәһе. Хәләл ефете Нажия апайҙың уҡыусылар менән бергә концерт ҡуйыуҙарын, уның моңло итеп башҡорт халыҡ йырҙары «Сәлимәкәй», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Ҡара урман», «Томан», «Төнгө Урал», «Ирәмәлкәй» һ.б. йырлауын, тасуири итеп шиғырҙар һөйләүен, бәйеттәр әйтеүен ауылдаштарым хәтерләй торғандыр. Ул саҡта өҫтәл аҫтында йүгереп йөрөгән ҡыҙҙары Мәрйәм, моғайын, ишетелгән көй-моңдо тыңлап, сабый күңеленә һеңдереп йөрөгәндер. Ул да әсәһе кеңек моңло итеп йырлай бөгөн. Оҙаҡ йылдар көндәлек матбуғатта хеҙмәт итте, журналистика өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхес.

Йылдар үткән һайын бала саҡ сәхифәләре «Ҡасҡын», «Ҡушйөҙөк», «Үгеҙйөҙөк», «Һапалаҡ», «Сөрәпә», «Соҡор туп», «Бура һуғыу» һ.б. уйындар үҙе бер матур тәрбиә мәктәбе булып һағындыра икән. Ялан тәпәй баҫҡан Тирмәндек, Иҫке йорт, Бурһыҡ, Тәпәк бил буйҙарының еләк-емеше, Нурбаһа, Мөғәҙ ҡолағы, Таш аҫты, Ҡыҙыл яр, Сусаҡ, Тал төбө, Тирәк-ерек аҫты суртан-шамбылары, ажау-сабаҡтары, йылғыр бәрҙе-бурыштарынан биҙрә-биҙрә бешерелгән балыҡ һурпаларының иҫ киткес тәме әле булһа тел осонда торамы ни!?

Бауырыбыҙ ҡалҡып, билдәр нығый төшкәс, һәр кемебеҙ атын төшөп, арба-ридуандар егеп, бесән өмәләрендә ҡатнашыу, кемуҙарҙан кәбән ҡойоуҙар, ырҙында кәҫ аҡтарыу, «веялкалар» әйләндереү, кистәрен Мәҫкәү клубында таң әтәстәре ҡысҡырғансы «Марш» уйынын һуғыуҙар, оҙатҡанда ауылдың төртмә телле ҡыҙҙарҙың беҙҙе үсекләгәндәй:

Таш ҡаяның таштары