Мои Конспекты
Главная | Обратная связь


Автомобили
Астрономия
Биология
География
Дом и сад
Другие языки
Другое
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Металлургия
Механика
Образование
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Туризм
Физика
Философия
Финансы
Химия
Черчение
Экология
Экономика
Электроника

Ринат Камал. 2002 йыл.



Отзыв

На автореферат Шагиева Р.В. «Концепция героя в современной башкирской литературе» на соискание ученой степени кандидата филологических наук по специальности 10.01.02 – Литература народов РФ (Башкирская литература).

Тема диссертации, несомненно, актуальна, тем более, как отмечает соискатель, в башкирском литературоведении отсутствует специальная работа по концепции героя. Диссертант ставит задачу вполне конкретную – проследить проблему концепции героя в башкирской прозе, хронологические рамки которой определены 20-90-ми годами XX столетия.

Р.В.Шагиев в первой главе работы, прослеживая историю героя в башкирской прозе советского периода, выделяет такие аспекты проблемы, как рост мастерства писателей, идейно-эстетические и исторические критерии новой концепции героя, как субъекта истории и активного деятеля общественных процессов.

Во второй главе диссертант представляет эволюцию различных типов героев и отмечает, что башкирская проза современности, преодолевая однозначную трактовку героя времени, открывает и создает колоритные, жизненные характеры, меняется направления творческих поисков современных прозаиков.

Третья глава посвящена рассмотрению концепции героя в исторических романах современности, ставших новым явлением в башкирской прозе 90-х годов.

Концепция и структура работы Р.В.Шагиева вполне приемлема и логична, в ней выстраивается эволюция типов и развитие идейно-эстетических принципов в художественной разработке героев в башкирской прозе. Рассмотрен богатый, обширный материал башкирской прозы, начиная с 20-х по 90-е годы.

Но в работе, на наш взгляд, чувствуются следующие недоработки:

1. Диссертантом недостаточно уделено внимание истокам рождения, формирования и становления героя башкирской литературы и национального характера в целом.

2. Встречаются стилевые ошибки и опечатки: на стр. 15 – «… наша проза усиленно разоблачает современного мещанства.»; на стр. 18 – «Наше время ознаменовало особенно пристальным вниманием писателей к героическим дням войны» и «Тому нравственного испытания…»

Но эти частные замечания никоим образом не умаляют научного значения диссертации Р.В.Шагиева.

Диссертация Р.В.Шагиева «Концепция героя в современной башкирской прозе» достигла своих целей и отвечает требованиям кандидатской работы. Р.В.Шагиев вполне закономерно заслуживает искомой научной степени – кандидата филологических наук.

Автореферат Р.В.Шагиева и отзыв В.Б.Окороковой обсуждены на заседании кафедры якутской литературы от 14 июня 1999г.

Доцент кафедры якутской литературы ФЯФК ЯГУ, к.ф.н. В.Б.Окорокова.

Авторҙың хеҙмәттәренә, эшмәкәрлегенә арналған сығыштар

Беҙ ҙә хуплайбыҙ

Мин «Өлкәр» журналының баш мөхәррире Рәүеф Вәли улын Яңы Байрамғол урта мәктәбе директоры булып эшләгән ваҡыттан алып беләм. Аҡһаҡалдар советы ағзалары ла уны яҡшы белә.

Шаһиев яҡшы педагог ҡына түгел, үткер ҡәләм оҫтаһы ла. Уның яҙған мәҡәләләре, рецензиялары – тәрән мәғәнәле. Рәүеф Вәлиевичтың ғалим һәм педагог Марат Минһажетдинов тураһындағы мәҡәләләре лә тарихи дөрөҫлөгө, хәл-ваҡиғаларҙың сағыу һүрәтләнеүе менән айырылып тора.

Беҙ, аҡһаҡалдар, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы Рәүеф Вәли улы Шаһиевты Марат Минһажетдинов исемендәге премияға тәҡдим итергә, тигән фекергә ҡушылабыҙ. Педагог һәм журналист булараҡ, Рәүеф Вәлиевич быға тулыһынса лайыҡлы.

Был премия уҡытыусыларға ғына бирелә тип ишеттек. Юғарыла әйткәнебеҙсә, Рәүеф Шаһиевтың педагогик стажы ла ҙур. Абруйлы комиссия беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.

Рамаҙан Ниғмәтуллин, Учалы ҡалаһының Почетлы гражданины, Социалистик Хеҙмәт Геройы, аҡһаҡалдар советы рәйесе.

Минең тәҡдимем

Мин Озерный урта мәктәбендә уҡытҡанда уҡ Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың йәш быуынды тәрбиәләүгә, туған телдә уҡытыуға арналған мәҡәләләре, башҡорт яҙыусыларының ҙур-ҙур әҫәрҙәренә, атап әйткәндә, Т.Сәғитовтың «Һабантуй», «Иман», Б.Рафиҡовтың «Көнгәк», Р.Байымовтың «Сыбар шоңҡар», Р.Солтангәрәевтың «Оло юлдың туҙаны», Н.Мусиндың «Мәңгелек урман», «Һунарсы хикәйәләре», Р.Насировтың «Ата-бабам баҡҡан ер», М.Сәлимовтың «Эшем эйәһе» һ.б. әҫәрҙәргә рецензияларын, профессорҙар Ғ.Хөсәйеновтың «Ижад серҙәре» тигән фәнни байҡауҙарына, И.Ғәләүетдиновтың «Балалар фольклоры» китабына яҙылған мәҡәләһен, яҡташыбыҙ Мәүлит ағай Ямалетдиновтың «Һаумы, зәңгәр һауа!» китабына рецензияһын һәм Марат Минһажетдиновтың «Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар» исеме аҫтында сыҡҡан ғилми хеҙмәтенә арналған педагогик фекерҙәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып барам һәм дәрестәрҙә ҡулланам. Рәүеф Вәлиевич икенсе йыл инде Марат ағай Минһажетдиновтың тормошо, ғилми ижады хаҡында «Хәтирәләр» китабына материалдар туплай. Ул өлөшләтә «Заман-Башҡортостан», «Яйыҡ», «Урал» гәзиттәрендә баҫылып сыҡты. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында ғалимдың ижади мираҫы хаҡында файҙалы рецензиялары баҫылды.

Рәүеф Шаһиев, тәжрибәле педагог булараҡ та «Өлкәр» журналының баш мөхәррире булараҡ та мәктәптәр өсөн ҙур тәрбиәүи, методик эш башҡара. Журнал беҙҙең өсөн бигерәк тә халыҡ педагогикаһы уҡытыусылары өсөн, методик әсбап, тиһәк тә хата булмаҫ. Башҡорт халҡының тарихына, тормош көнкүрешенә, йәшәү рәүешенә арналған материалдарҙың файҙаһы бик ҙур. Рәүеф Вәли улы яҙыусыларабыҙҙың әҫәрҙәрен, ғилми эштәрен байҡау менән бергә, уларҙы актив пропагандалай һәм үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ күренекле ғалим-фольклорсы Марат Минһажетдинов хаҡында «Хәтирәләр» китабының бер өлөшөн «Өлкәр» журналында баҫтырыуға әҙерләгән. Һуңғыһын айырым китап итеп баҫтырып сығарыуҙы ул уҡытыусыһы алдында үҙенең изге бурысы итеп һанай. Уның был изге теләге, һис шикһеҙ тормошҡа ашыр, тип уйлайым. Был изге эштә беҙ ҙә, әҙәбиәт-тел уҡытыусылары ла ситтә ҡалмайыҡ, материалдар туплауҙа ярҙам итәйек!

Белеүебеҙсә, Учалы ҡала-район хакимиәте инициативаһы менән яҡташыбыҙ Ҡобағош ауылында тыуып үҫкән, арҙаҡлы педагог һәм ғалим Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемендәге премия булдырылған. Был премия уҙған йыл бер кемгә лә бирелмәне. Ошо премияға мин быйыл Рәсәй журналистар союзы ағзаһы, «Өлкәр» журналының мөхәррире Рәүеф Вәли улы Шаһиевты тәҡдим итәм. Республика, район гәзиттәрендә сыҡҡан рецензиялары, ғилми-педагогик сығыштары менән ул был премияға тулыһынса лайыҡ. Рәүеф Шаһиевтың Марат ағайМинһажетдинов тураһындағы хәтирә-мәҡәләләрендә, рецензияларында уны республикабыҙҙың абруйлы премияһына тәҡдим итеүҙе системалы рәүештә алып барыуы ла бик изге эш. Минең фекеремде башҡа иптәштәр ҙә хуплар, тип уйлайым.

Нәйрә Ишмөхәмәтова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Беҙ ҙә энциклопедиялы булдыҡ

Ошо көндәрҙә филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиевтың «Алтын бишегем - Учалы» исемле ҡыҫҡаса энциклопедияһы донъя күрҙе. Был хеҙмәт ҡала-райондың тарихын күҙаллап, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен, шәхестәрен энциклопедик күҙлектән сығып һүрәтләй.

Әйтергә кәрәк, райондың тәбиғәт ресурстары менән бергә, иң мөһиме, данлы хеҙмәт кешеләре хаҡында бик бай материал бирелә. Йөҙәрләгән данлыҡлы шәхестәр артынан йөрөү, улар менән осрашып һөйләшеү, хеҙмәт биографияһын ентекләп төҙөү, системаға һалыу һ.б. – күпме көс, энергия, йоҡоһоҙ төндәр, меңәр саҡрым үтелгән юлдар һәм ныҡышмалылыҡ талап иткәнен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Бындай эште атҡарып сығыу өсөн йөрәк тә кәрәк бит әле!

Учалы ҡалаһы һәм районы энциклопедияһының актуаллеге хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтәһе килә. Беренсенән, башҡа энциклопедияларҙан үҙенең күтәренкелеге, йылылығы, публицистик йәһәттән ҡыҫҡалығы менән айырылып тороуы. Икенсенән, тарих аманатының системалы рәүештә бөгөнгө көн кешеләренең рухи ихтыяжына тығыҙ бәйләнеүе. Һәр материалда ғилми-аналитик фекерләү иғтибарҙы йәлеп итә. Был инде авторҙың журналист та, эҙләнеүсе ғалим-педагог та булып сығыш яһау һәләтенән килә. Китаптың баш һүҙендә, хакимиәт башлығының сығышындағы фекерҙәр китаптағы бүлектәрҙә конкрет эштәр, миҫалдар аша нығытыла. Ҡыҫҡаһы, яһалмалылыҡ юҡ, юуш һүҙгә урын бирелмәгән тип әйтеүем. Төҫлө фотоларҙа тыуған яғыбыҙҙың иҫ китмәле гүзәллеге, хеҙмәт уңғандары, уларҙың конкрет эштәрен, уңыштарын күреп һөйөнәбеҙ. Китаптың баһаһын, моғайын, уға ингән, Учалы еренә ереккән данлы шәхестәре тағы ла күтәреп ебәрә. Төп байлығыбыҙ – хеҙмәт кешеләре.

Автор был өлкәлә ҙур материал туплаған. Персоналия ла бай мәғлүмәт бирә. Төрлө тарафтарҙа ҡайһылай күп яҡташтарыбыҙ бар икән? Ҡалаға йәшәү сығанағы биреп торған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының хеҙмәт батырҙары ғына 500-ҙән ашыу! Ә ауыл хужалығында хеҙмәт даны ҡаҙанғандар исемлеге үҙе генә бер китапҡа торошло!

Энциклопедия аша мин районыбыҙҙан сыҡҡан һәм төрлө тарафтарҙа эшләгән тиҫтәнән торған атҡаҙанған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен, 200-ҙән ашыу төрлө һөнәр белгестәре: шахтерҙар, төҙөүселәр, табиптар, спортсылар, яҙыусылар һәм башҡаларҙың исем-шәрифтәре, биографиялары менән таныштым. Яҙмыштары менән ҡыуандым, яҡташтарым минең күңелдә сикһеҙ ғорурлыҡ уятты. Был хеҙмәт уҡытыу-тәрбиә эшендә уҡытыусылар, студенттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтәл китабы буласаҡ. Учалы ҡалаһы һәм районының бөгөнгө уңыштары, талантлы кешеләре хаҡында президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың, Премьер-министр Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовтың, олуғ шағирыбыҙ Мостай Кәримдең, мәшһүр йырсыбыҙ Флүрә Килдейәрованың, академик Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың һүҙҙәре энциклопедияһының мәртәбәһен һәм актуаллеген бермә-бер арттырып ебәрә.

Китапта репрессия ҡорбандарының, Афған, Чечня һуғыштарында һәләк булғандарҙың, Герой-әсәләрҙең исем-шәрифтәрен биреү изге маҡсаттан сығып эшләнгән. Ә уникаль йырҙарыбыҙҙың тиҫтәнән ашыуы китапҡа инеүе үҙе бер яҡтылыҡ һибеп тора. Был инде рухи булмышыбыҙҙың камиллығына тағы бер ҙур дәлил. Китап тематик яҡтан да ентекле биҙәлгән. Һәр һүрәттә ҡала-райондың көсөргәнешле хеҙмәт ритмы, кешеләрҙең иртәгәһе көнгә ышанысы асыҡ сағыла.

Рәүеф Шаһиев «Алтын бишегем - Учалы» ҡыҫҡаса энциклопедияһын әҙерләп сығарып ҙур эш башҡарҙы. Китапты нәшер итеүҙә матди ярҙам күрһәтеүсә Учалы ҡала-район хакимиәтенә (Ю.Усманов, Т.Ниғмәтуллин), Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры И.Абдрахмановҡа, «Башинформсвязь»дың генераль директоры С.Ғайсинға, «Өфө электор селтәрҙәре» директоры Р.Абдуллинға, «Лесмаш» заводының генераль директоры В.Юрковҡа, «Икмәк» заводы директоры С.Сафинға, «Учалыводоканал» начальнигы И.Сафоновҡа, «Энергоцветмет» директоры Р.Батыршинға, «Кровля», «Йылылыҡ селтәрҙәре», «Урал таштары» акционерҙар йәмғиәттәренә ҙур рәхмәт әйтәһе килә.

Ҡыҫҡаһы, «Алтын бишегем - Учалы» оло баһаға лайыҡ тип уйлайым.

Әҡлимә Сафина, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе.

М.Минһажетдинов исемендәге премияға лайыҡ

Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемендәге премия комиссияһы рәйесе Ғаян Сәхиәр улы Мөхәмәтовҡа уҡытыусы-ветеран, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Наил Фәттәх улы Тажетдиновтан асыҡ хат.

Хөрмәтле комиссия ағзалары, Мөхәмәтов Ғаян Сәхиәрович иптәш! Мин һеҙгә гәзит аша бер үтенес менән мөрәжәғәт итәм. Беҙ инде оло кешеләр, белем һәм тәрбиә биреүҙә көсөбөҙҙө йәлләмәй эшләгән уҡытыусы-ветерандар, оҙаҡ йылдар буйы еңел булмаған мәктәп директоры вазифаһы йөгөн тартып, әле хаҡлы ялға сыҡҡанбыҙ. Хеҙмәт кешеһенә, бигерәк тә ул ҡартайғас, уның тураһында әҙ булһа ла хәстәрлек күреү, уға ҡарата иғтибарлы булыу, уның хаҡында бер-ике ауыҙ йылы һүҙ әйтеү – тәнгә рәхәт, күңелгә шифа була. Был йәһәттән элекке мәктәп директоры, хәҙер «Өлкәр» журналының баш мөхәррире Рәүеф Шаһиевтың ҡала-район буйынса «Атҡаҙанған уҡытыусылар» исемле баш аҫтында ветерандарҙың ҡыҫҡаса тормош һәм хеҙмәт юлын яҡтыртып барыуы маҡтауға лайыҡ. Был эште Р.Шаһиев беренсе булып башланы. Шулайдауам итһен әйҙә. Уның тағы ла бер матур маҡсаты бар: ул да булһа тәрбиә һәм белем биреү өлкәһендә йәнен-тәнен ҡыҙғанмай, бөтә күңелен биреп эшләгән уҡытыусы-новаторҙар, тәжрибәле директорҙар хаҡында китап сығарыу. Шаһиев был тәңгәлдә бик тырышып эш алып бара, шуға күрә уның был матур теләге лә тормошҡа ашыр тип уйлайым. Йәш педагогтар өсөн был китап бик фәһемле булыр тигән фекерҙәмен. Мин республика, район газета-журналдарын даими уҡып барам. Уның биттәрендә Р.Шаһиевтың әхлаҡ, иман ҡағиҙәләренә таянып яҙылған мәҡәләләре әленән-әле донъя күрә.

Тағы ла бер нәмә: Р.Шаһиев Ҡобағош ауылынан сыҡҡан фольклорсы, ғалим һәм педагог Марат Минһажетдинов тураһында ла күп яҙа. Китап яҙыу еңел эш түгелдер, моғайын. Был эште лә ул атҡарып сыҡты. Шуға күрә мин, уҡытыусы-ветеран булараҡ, бөтә ғүмеремде йәш быуынды тәрбиәләүгә биргән кеше булараҡ, бындай ихлас күңелле кешенең, Р.Шаһиевтың хеҙмәте билдәле бер баһаға лайыҡтыр тип уйлайым. Күп йылдар беҙ Рәүеф Шаһиев менән коллегалаш-директорҙар булып эшләнек. Ул яңы мәктәп төҙөү эшендәме, районда беренселәрҙән булып 6 йәшлектәр өсөн матди база булдырыу, шуның нигеҙендә республика семинары уҙғарыумы, уҡыусыларҙың йәйге ялын һәм хеҙмәтен ойошторумы, йыл әйләнәһенә, 9-10-сы кластар тарафынан ауыл хужалығы һөнәрҙәрен өйрәнеү тиһеңме – был эштәрҙе ойоштороу һәм башҡарыуҙа һәр ваҡыт беренселәрҙән булды.

Р.Шаһиев әлеге көндә журналист булһа ла, төп һөнәренә тоғро ҡала – ул педагог. Уның бар булмышы шунда.

Минең тәҡдимемә - Р.Шаһиев М.Минһажетдинов исемендәге премияға лайыҡ – башҡа ветеран уҡытыусылар ҙа ҡушылыр тип ышанам.

Наил Тажетдинов,

Сәфәр ауылы.




Поиск по сайту:







©2015-2020 mykonspekts.ru Все права принадлежат авторам размещенных материалов.