Мои Конспекты
Главная | Обратная связь


Автомобили
Астрономия
Биология
География
Дом и сад
Другие языки
Другое
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Металлургия
Механика
Образование
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Туризм
Физика
Философия
Финансы
Химия
Черчение
Экология
Экономика
Электроника

Алтын бишегем – Учалы



Бер заман, тыуған яғыбыҙҙың иң арҙаҡлы улдарының береһе, рус-япон һуғышында бер полк рус ғәскәрҙәрен ҡамауҙан алып сыҡҡан һәм Әүеш ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, дини эшмәкәрлеген дауам иттергән Ғайса Рәсүлевтан һорағандар, имеш:

- Ахун хәҙрәт, - тигәндәр, - үҙең генерал да булғас, һинең йыйған алтын-көмөшөң барҙыр бит инде? Балаларыңа айырым өй һалып бирһәңсе?

- Әмәлем бар, - тигән Ғайса ахун. – Тик, өй төҙөтһәм, балалар араһында ыҙғыш башланасаҡ. Һалдырмайым. Яҡты донъянан киткәндә аҡса ғына ҡалдырырмын. Үҙҙәре төҙөр өйҙө. Уларҙың үҙҙәренең бурысы был.

Аҡыллы ҡарттың фекерен саҡ ҡына дауам иттереп, шуны өҫтәйек: фани донъяла мөлкәттең һәр ҡайһыһы ла йә яна, йә серей, аҡсаһы ла тормай, бөтә. Әҙәм затынан нимә тороп ҡала? Берҙән-бер нәмә - иҫтәлек, хәтер генә.

Яҙылған китапты ла айырыуса халыҡ тормошона ҡағылышлыларының, мин кеше хәтеренә тиңләп, бер тарихи ҡомартҡы, балаларына тапшырыласаҡ бөткөһөҙ бүләк тип атар инем.

Филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев туплап баҫтырып сығарған «Алтын бишегем - Учалы» исемле ҡыҫҡаса энциклопедияны ла (Өфө, 2003й.) шул ҡиммәтле ҡомартҡылар рәтенә ҡуйырға һәм уны ниндәйҙер кимәлдә «Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия»ның дауамы тип ҡарарға мөмкиндер. Ифрат күп мәғлүмәт һыйған был белешмә-китаптың элегерәк, 1920 йылдарҙа «Башҡортостан йөрәге» (1925-1927 йылдарҙа БАССР Эске эштәр халыҡ комиссары, Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары Исмәғил Харис улы Солтановтың һүҙҙәре. Ҡотой ауылынаню – Р.Н.) тип аталған төбәктә донъя күреүе бик иғтибарға лайыҡлы. Ысынлап та, тап бына ошонда, Урал армыттары араһында, XVIII быуат әйләнәһенә ҡыуаҡан, барын-табын, әйле, тиләү һәм күбәләк ырыуҙары Башҡортостандың азатлығы өсөн башҡа бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да ҡабатланмаған бөйөк яуға күтәрелгән, Арыҡ Йосопов, Бәпәнә Торопбирҙин кеүек батырҙарҙы үҫтергән, һуңыраҡ ошонда уҡ Зәки Вәлиди үҙенең остазы тип һанаған мәшһүр Зәйнулла ишан Рәсүли донъяға килгән.

Көндәлек ҡыуаныстар менән бергә, аяуһыҙ Рәсәй батшалығы менән һуғышып, меңдәрсә ҡорбан килтереп, ҡайғы артынан ҡайғы кисергән дә ошо төбәк. Халҡы ҡырылған, рухы ғына һынмаған. Яҡшыны ла, яманды ла китапҡа теркәй алған журналист Рәүеф Шаһиевтың да, уның яҙмаларын китап рәүешенә килтергән баш мөхәррир Сабир Шәрипов һәм мөхәррир Фәниҙә Исхакованың да ысын ижад емеше булып тора был китап.

Белешмә китапты ҡулға алыу менән нимәгә иғтибар итә уҡыусы иң тәүҙә? Әлбиттә, тышҡы йөҙөнә. Матур булһа, матурлығына һоҡлана. «Алтын бишегем - Учалы» ла шундай. Ул сағыу милли биҙәктәре, ике ҡитғаны – Азия менән Европаны – тоташтырып ятҡан Учалы тәбиғәте менән күҙҙең яуын ала. Бер ҡараһаң, ғорур ҡаялары, ҡара урмандар өҫтөңә ишелеп төшөп бара һымаҡ, икенсе ҡараһаң, алсаҡ, иркен, ҡылғанлы далалар иле был. Тап бына ошонда Башҡортостандың иң ҙур ике күрке – Яйыҡ менән Ағиҙел, һәм уларға эйәреп, тағы утыҙҙан ашыу эреле-ваҡлы йылғалар, Урал күкрәгенән көс алып, донъя гиҙерҙә сығып китә. Күлдәре, һыу һаҡлағыстары ла өс тиҫтәнән артығыраҡ. Шул хозур тәбиғәтте күҙ уңында тотоптор инде, Учалы төбәгенең йәш шағиры Фәрит Хәсәнов былай ти:

Танышайыҡ, туғандар,

Беҙ үҙебеҙ – табындар.

Сал Ирәмәл – тауыбыҙ,

Уйсан Яйыҡ – һыуыбыҙ.

Ырыу – барын, ҡыуаҡан,

Әй, тиләү, һарт, күбәләк.

Тамға – сүмес, дүңгәләк,

Ҡапҡа, ҡаҙаяҡ, һәнәк.

Ағасыбыҙ – ҡарағас,

Ә ҡошобоҙ – ҡарағош.

Сәсәнебеҙ – дан Ҡарас,

Килдеш, Мәхмүт, Ҡобағош...

Күккә олғашҡан Ирәмәл, Ҡурташ, Уйташ ҡаялары... Тауҙар менән ярышҡандаш, халыҡ ижады рухы бейеклектәргә күтәргән сәсәндәр. Урал буйҙарында тыуған «Иҫке Урал», «Томан», «Көйөлдө», көйҙәрен башҡорт халҡының классик йырҙарына әүерелдергән Абдулла Солтанов, Флүрә Килдейәрова, ә һуң боронғо легендар батырҙарға торошло Муса Мортазиныбыҙ, Шакирйән Мөхәмәтйәновтарыбыҙ (Александр Матросов) – һанай китһәң, бик күп икән улар, ил тотҡалары, тотош ил ғорурлығы. Былар барыһы ла энциклопедияла урынын алған.

Күп кенә шәхестәрҙең - әйтәйек, район етәкселәренең - әлегә хәтлем бик үк билдәле булмаған, бәхәслерәк һаналған тәржемәи хәлдәре лә асыҡланып, китапта рәсми нығытылып ҡуйыла.

Автор китапта райондың ауылдары (улар 80-дән ашыу), 35 мең кеше йәшәгән Учалы ҡалаһы, предприятиелары, бигерәк тә хәҙер инде алтыны, баҡыры, цинкы менән бөтә донъяға билдәле булған тау-байыҡтырыу комбинаты, унда эшләгән данлыҡлы кешеләр менән таныштыра. Персоналийҙар үҙҙәре генә лә 240-тан ашыу. Шулай уҡ 37-се йылдарҙа репрессияға эләгеп ҡорбан булғандарҙың исемлеген бирә, яҡты образдарын яңырта. Уҡыусы шулай уҡ атҡаҙанған уҡытыусылар, врачтар, яҙыусылар, журналистар, артистар менән яҡыныраҡ таныша алыр. Был инде мәктәп уҡыусылары өсөн айырыуса мөһим.

Һоҡланырлыҡ уҙамандар күп булған Учалы яҡтарында. Хәҙер ҙә етерлек. Шуға ишара яһап, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова бына ни яҙа: «Ата-әсәңде һайлап алмаған кеүек, тыуған ереңде лә һайлап алып булмай – тыуған төйәк һәр кемгә Хоҙайҙан бирелә.Бына мин дә ғәзиз ауылым (Мулдаҡай – Р.Н.), ғөмүмән, йөрәккә яҡын районым һәм ҡалам – Учалым менән сикһеҙ ғорурланам...

Талантлы, эшһөйәр, ихлас күңелле, халҡыбыҙҙың йолаларын, йырҙарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған кешеләр йәшәй бында».

Башҡортостандың халыҡ шағмры Мостай Кәримдең әйткәне лә ошо һүҙҙәргә ауаздаш: «... Мин бер нисә йыл тотош йәйҙәремде Учалыла уҙғарҙым. «Яңғыҙ ҡайын» исемле пьесамды, «Европа-Азия» тигән шиғырҙар китабымды Өргөн ярҙарында яҙҙым. Ул төбәктең тәбиғәте мине хайран ҡалдырҙы, әсир итте, ә алсаҡ күңелле кешеләре иһә минең яҡташтарыма, тупраҡташтарыма әйләнде. Шуғамылыр, абдулла Солтановтың моңло йырҙарын тыңлағанда, зиһендәрем Урал аша артылып, алыҫта ҡалған дуҫ-иштәрем менән аралашҡан көндәргә алып ҡайта... Учалы тигән исемде ишетһәм, гүйә, рухым бер төрлө яҡтырып, йылынып китә».

«Башинформсвязь»дың генераль директоры С.М.Ғайсин «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» яуаплылығы сикләнгән акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры И.Ә.Абдрахманов, Өфө ҡала электр селтәрҙәре директоры Р.Б. Абдуллин, Учалы икмәк заводы директоры М.Б.Сафин һәм башҡа предприятиелар етәкселәренең, шулай уҡ айырым кешеләрҙең матди ярҙам күрһәтеүе арҡаһындаРәүеф Шаһиев башҡа райондарға һәйбәт өлгө итеп ҡуйырлыҡ китап ижад итте.

Рәүеф Насиров.

Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле ағайыбыҙ Шаһиев Рәүеф Вәли улына 50 йәш тула.

Ағайыбыҙҙы бөтә туғандары, әсәһе, ғаиләһе, балалары исеменән оло юбилейы менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ! Артабанғы тормошонда илһам, ижади уңыштар, ҡаҡшамаҫ рух, сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Сәләмәт бул, гел шат йәшә,

Бәхет ҡунһын күңелең түренә.

Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,

Талмай атла ғүмер үренә.

Тормошто бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Беҙ теләйбеҙ: сәләмәтлек, бәхет

Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.

Бөтә туғандарың исеменән һеңлең Фәниә Дәминдәрова.

Ҡотлайбыҙ!

Күк йөҙөндә көтмәгәндә балҡып ҡабынған йондоҙ төҫлө «Яйыҡ» гәзитендә бер йылдан ашыу инде Рәүеф Вәли улы Шаһиев бик актив хеҙмәттәшлек итә. Ниндәй генә темаға тотонһа ла, актуаль проблемалар күтәреп, йылы, уҡымлы мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Өлкәр» ижтимағи-сәйәси, әҙәби альманахының мөхәррире Р.Шаһиев республика гәзиттәрендә лә үҙен танытып өлгөрҙө, Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздарының ағзаһы итеп ҡабул ителде. Уға 7 ноябрҙә 50 йәш тула. Ошо айҡанлы «Яйыҡ» гәзите, «Өлкәр» альманахы мөхәрририәте һәм гәзит уҡыусылар исеменән юбилярҙы ысын күңелдән ҡотлап, алдағы тормошонда һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм, әлбиттә, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

Тыуған көнөң менән, ҡәләмдәшебеҙ!

Күңел көҙгөһө

Ошо исем аҫтында «Китап» нәшриәте филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиевтың сираттағы өсөнсө китабын баҫтырып сығарҙы. Быға тиклем авторҙың «Алтын бишегем - Учалы» ҡыҫҡа энциклопедияһы, «Ижади маһирлыҡ» (М.Х.Минһажетдиновтың ғилми хеҙмәттәренә бер байҡау) йыйынтыҡтары донъя күргәйне.

- Нәфис әҙәбиәт – тормош көҙгөһө, тиҙәр. Ошо көҙгөнө әҙәби геройҙар төрлө сағыу төҫтәрҙә яҡтырта. Тимәк, әҫәр геройы – ул уҡыусының күңел көҙгөһө лә, әхлаҡи кимәле лә, тәрбиә мәктәбе лә. Ошо юҫыҡтан фекер йөрөткәндә, әҙәбиәт уҡыусыларына бик ҙур һәм етди бурыс йөкмәтелә. Ул да булһа - әҙәби герой менән уҡыусы араһындағы бәйләнеште нығытыу, уларҙың күңел күперен тоташтырыуға ынтылыу. Яҙыусы оҫталығы, герой мәсьәләһе, уҡыусы ихтыяжы һәм заман ҡуйған проблемалар - әҫәрҙе анализлағанда төп шарттар, - ти автор.

Уҡытыусыларға, юғары уҡыу йорттары студенттарына тәҡдим ителгән был китапта һуңғы йылдарҙа донъя күргән проза әҫәрҙәрендәге геройҙарға автор үҙенең төп иғтибарын йүнәлтә. Был аңлашыла ла, сөнки дәү, ысын геройҙар, йәиһә тормошсан характерһыҙ әҫәр уҡыусыла бәхәс тыуҙырмай, күңел ихтыяжына яуап бирмәй. Шуға ла алынған әҫәрҙәргә заман талабынан, бөгөнгө уҡыусының күңел ихтыяжынан сығып анализ биргәндә, иң мөһим әйбергә - әҙәбиәттә, айырым яҙыусы әҫәрендә герой шәхесенә - яҡын килеүҙе төп бурыс итеп ҡуя Р.Шаһиев.

Китаптың баш һүҙендә ул туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙа ең һыҙғанып эшләгән ғалимдарҙың исем-шәрифен күрһәтеп, киләһе көндәрҙә лә улар менән бергә йәш ғалимдарҙың да әүҙемерәк эшләүенә теләк белдерә.

«Күңел көҙгөһө» йыйынтығы «Әҙәби герой һәм уҡыусы», «Әҙәбиәт ғилеме һәм уҡыусы», «Халыҡ ижады һәм уҡыусы» бүлектәренән тора. Минең аңлауымса, автор әҫәрҙәргә анализ яһағанда элекке иҫке ҡалыптарҙан юғарыраҡ тора, стиле яңыса, заманса талаптарҙан ҡоролған. Ҙур-ҙур сәхнә әҫәрҙәренә үҙ фекерен белдергәндә ашыҡмай, дәлилдәрҙе геройҙар теле менән оҫта нығыта, хәрәкәттәрендә баҙыҡлай бара. Ғөмүмән, һәр тикшереүҙә яҙыусы, уның геройы һәм бөгөнгө уҡыусы араһында әллә ҡайҙан йылылыҡ бөркөлә, күңел берлеге хасил була, информацион киңлеккә ынтылаһың кеүек. Был инде авторҙың тәжрибәле әҙәби тәнҡитсе булыуынан һәм дә нәфис әҙәбиәтте оператив өйрәнеүенән, уны киң пропагандалауынан килеп сығалыр, тип уйлайым.

Билдәле булыуынса, быға тиклем сәсмә әҫәрҙәргә туранан-тура анализ яһалған методик китаптар сыҡҡаны булманы. Әҙәбиәтте тотош күҙаллаған, айырым яҙыусы әҫәрҙәренә, уның ижадына арналған әҙәби портреттар, рецензиялар йыйынтығы, әҫәрҙе анализлау алымдары, уның методикаһы эшләнмәгән тип әйтергә мөмкин. Ошо күҙлектән фекер йөрөткәндә, авторҙың был китабы апаруҡ уҡ кимәлдә бушлыҡты тултыра ала тип уйлайбыҙ.

Икенсе яғы – күп кенә рецензияларҙа әҫәргә ҡыҫҡаса теоретик анализ үрнәктәренә бирелеүе әҙәбиәт уҡытыусыларының ижади эшләүенә аҙ булһа ла булышлыҡ итеп, әҙәби-методик ҡулланма булып та хеҙмәт итәсәгенә ышанысыбыҙ ҙур. Ҡыҫҡаһы, филология фәндәре кандидаты Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың «Күңел көҙгөһө» исемле китабы бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте торошон, конкрет яҙыусылар ижадын күҙалларға ярҙам итеүсе, заман талабына яуап биреүсе файҙалы ҡулланма ул.

Зәлифә Хисаметдинова.

Педагог. Ғалим. Журналист.

Яҡын көндәрҙә филология фәндәре кандидаты, РФ, РБ журналистар Союзы ағзаһы, билдәле тәнҡитсе Рәүеф Вәли улы Шаһиев үҙенең 60 йәшенә баҫты. Әлегеләй күҙ алдында һәм иҫтә - уның 50 йәшендә хөрмәтле ҡунаҡтарҙың береһе Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов: «Рәүеф дуҫ һәм һабаҡташтың яҙышыу өсөн иң өлгөргән һәм тулышҡан сағы, күрербеҙ, яҡын йылдарҙа уның китаптарын уҡырға яҙһын», - тигәйне үҙенең ҡотлау һүҙендә. Шөкөр, Рәүеф Шаһиев был ышанысты аҡланы, тип уйлайым. Ҡәләмдәш һәм рухташ булараҡ Рәүефтең ижады миңә яҡындан таныш. Юбилярҙың биографияһынан алда тәүҙә уның һуңғы йылдарҙағы ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ әле. Әйткәндәй, был ижади эш процесы Рәүеф Шаһиевтың биографияһын асыҡлап, тулыландырып ебәрә бит.

...Һуңғы ике-өс йылға һуҙылған хеҙмәттең бер өлөшө донъя күрҙе. Авторҙың Учалы ҡала-районы мәғарифына арналған «Мәғариф баҫҡыстары буйлап» исемле сираттағы был китабы «Алтын бишегем - Учалы» энциклопедик баҫманың мөһим бер тармағын алып торған «Мәғариф торошо» серияһы булып иҫәпләнергә хаҡлы.

Р.Шаһиев Учалы төбәгенең мәғариф үҫешен үҙенең икенсе китабында ла дауам итә. Киләһе баҫманың төп өлөшөндә СССР, РСФСР, РФ, БАССР, БР буйынса белем һәм тәрбиә өлкәһендә айырым уңыш ҡаҙанған, ата-әсәләр, йәмәғәтселек, уҡыусылар араһында оло ихтирам яулаған хөрмәтле ветеран-уҡытыусыларҙың, новатор-педагогтарҙың эш тәжрибәһе, йәшәү мәғәнәһе, изгеләрҙән-изге уҡытыусы һөнәренә бар ғүмерен арнаған мөғәллим һәм мөғәллимәләрҙең педагогик портреттары урын аласаҡ.

Уның «Мәғариф баҫҡыстары буйлап» хеҙмәте район-республика күләмендә яҡлау тапты һәм ыңғай баһа алды. Быға китап буйынса гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәлә-баһаламалар, был баҫманы һораусылар, уҡырға теләүселәр, мәғариф хаҡында артабан да яҙыуҙы дауам итеүҙе һорау-үтенестәр асыҡ миҫал. Был дөрөҫ тә, сөнки автор республикабыҙҙың 54 районы араһынан Учалы уҡытыусылары, тәрбиәселәренең хеҙмәт баҫҡыстарын беренсе булып күтәреп сыҡты. Беҙгә тағы ла шуныһы мөһим һәм әһәмиәтле: был болғауыр заманда уҡытыусы һөнәре һәр саҡ кесерәйтеп, исеме есеменән айырыла килде. Китаптың йөкмәткеһе ошо вайымһыҙлыҡты бөтөрөү өсөн дә ҙур саралыр ул. Уҡытыусы исеме, заман талап иткәнсә, хөкүмәтебеҙҙең мәғариф хаҡында ҡабул иткән ҡарарҙарына ярашлы юғары баҫҡысҡа ҡуйыла.

Рәүеф Шаһиевтың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Советтар Союзы Геройы Ж.Сөнәғәтуллин, «Дан» орденының тулы кавалеры Ә.Хөснөтдинов, «Батырлыҡ өсөн» миҙалының тулы кавалеры З.Әһлиуллин, «Ватан һуғышы» орденының кавалерҙары А.Исхаков, Ү.Бузыкаев, Ғ.Усманов (улар өс тиҫтәнән ашыу), тыныс тормошта хөкүмәттең иң оло наградаларына лайыҡ З.Хисмәтуллина, М.Нуретдинова, И.Аксенова (улар 100-ҙән ашыу), күренекле тарихи шәхестәр Зәйнулла ишан Рәсүлев, И.Солтанов, элекке мәғариф министры С.Йыһаншин, министр урынбаҫары М.Юлмөхәмәтов, мәғариф бүлеге мөдирҙәре, мәктәп директорҙары Ф.Мортазин, М.Йосопов, Ғ.Сәлихов, Л.Хәҙисов, З.Фазылов, Х.Ирмикимов һ.б. хаҡындағы яҙмалар йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаясаҡ, быға иманым камил. Йыйынтыҡтағы уҡытыусылар династияһын ғына өйрәнеп, әллә күпме тәрбиә дәрестәре үткәреп була. Шундай уҡытыусыларҙың балҡып торған образдары үткәнде дөрөҫ баһаларға, бөгөнгө көндөң ҡәҙерен белергә өйрәтә, киләсәк өсөн матур, өлгөлө хеҙмәт менән йәшәргә саҡырып тора.

Рәүеф Шаһиев 5 китап авторы. Уның «Алтын бишегем - Учалы» энциклопедияһы күп хеҙмәттәр менән бер рәттән тыуған төйәк тарихын, көнкүреш үҫешен, ошо ерҙә тыуып үҫкән шәхестәре яҙмышын республика, уның сиктәренә сығарырға ярҙам итте. Мәҫәлән, ошо китап аша беҙҙең республика, районыбыҙ хаҡында Төркиә, голландия, Австрия, италия, франция, испания граждандарының таныш булыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Ҡыҫҡаһы, был хеҙмәт бөгөн дә саңланып ятмай, үҙенең районын яратҡан, уның яҙмышы өсөн борсолған, уға хеҙмәт иткән кешеләрҙең рухи донъяһын байытыуҙа билдәле урын биләй.

Авторҙың күренекле ғалим-педагог һәм фольклорсы М.Минһажетдиновтың ғилми хеҙмәттәренә арналған «Ижади маһирлыҡ» тип аталған ыҡсым ғына йыйынтығы әҙәбиәт фәнендә бер күренеш тип иҫәпләнергә мөмкиндер. Р.Шаһиев үҙенең уҡытыусыһы, әҙәбиәт тәнҡиткә, ғөмүмән, әҙәбиәт фәне менән етди шөғөлләнергә юл күрһәтеүсе остазы хаҡында «Оло дуҫыбыҙ ине» хәтирәләр китабының ташҡа баҫылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның «Күңел көҙгөһө» исемле әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән торған йыйынтығы Марат Хәләф улының яҡты иҫтәлегенә арналып, хәҙерге башҡорт әҙәбиәте торошон сағылдыра. Ул әҙәбиәт фәненең төрлө тармаҡтарында эшләүсе аспиранттар, талиптар, уҡытыусылар өсөн файҙалы ғилми-методик ҡулланма булды. «Райондың йәшел ҡалҡаны» китабы Р.Шаһиевтың тәжрибәле журналист икәнлеген тағы бер раҫлай. Ғалим-педагог булараҡ әҙерләнгән «Башҡор әҙәбиәтендә герой орбитаһы”, «Милли прозала шәхес концепцияһы» һәм дә «Алтын дуғаның көмөш зыңғыры – Учалы моңдары» хеҙмәттәре, әлбиттә, уның ижади үҫешен билдәләгән күрһәткестәр. Һуңғы өс китабы нәшриәттәрҙә үҙ сиратын көтә. Ошоларға өҫтәп, Р.Шаһиевтың бөгөнгө көндә докторлыҡ диссертацияһы өсөн күләмле генә монографик хеҙмәт тамамлауын да иҫәпкә алғанда, тыңғыһыҙ ижади тормоштоң маҡсатлы дауам итеүенә инанабыҙ һәм ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ.

1946 йылдың 7 ноябрендә Ташҡыя ауылында тыуып, тиҫтерҙәре менән башланғыс, Наурыҙ урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт уныиверситетының филология факультетын тамамлап, үҙ аллы оло юлға сыҡҡан ҡәләмдәшебеҙ һәм фекерҙәшебеҙ Рәүеф Вәли улы Шаһиев алты тиҫтәһенә иү ижадбаҫҡыстарынан күтәрелә. Уның йондоҙнамәһе – Саян. Саянға саялыҡ, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ хас. Ошо сифаттар уға ниндәй генә вазифаларҙа эшләһә лә - уҡытыусы, завуч, директор, ауыл Советы рәйесе, хакимиәт башлығы, мөхәррир, журналист, ғалим – һәр ваҡыт исеменә күрә есеме тигәндәй, килешеп, йәбешеп кенә торҙо. Тормош иптәше, уҡытыусы Зәйтүнә Зәйнулла ҡыҙы менән Айҙар, Айтуған, Айнур уландарына юғары филологик һәм юридик белем биреп, үҙ аллы тормошҡа сығарҙылар, әлеге көндә олатай, өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып йәшәйҙәр. Мәғариф юлында ижади уңыштар, яңы табыштар, изге күңелле юлдаштар тап булып ҡына торһон юбилярға!

Мәүлит Ямалетдинов.

Ғалим һәм педагог Марат Хәләф улы Минһажетдинов

исемендәге премияға тәҡдим итәм.

Һөнәре буйынса педагог Рәүеф Вәли улы Шаһиев һуңғы ике йылда республика, район-ҡала матбуғатында үҙенең туған тел һәм әҙәбиәт, тәрбиәүи, районыбыҙ мәҙәниәте, уның ябай, уңған кешеләре, танылған шәхестәре, абруйлы педагогтары хаҡында бик күп проблемалары, уҡымлы мәҡәләләре менән сығыш яһай. Р.Шаһиевтың эшмәкәрлеген бөгөнгө уҡыусыны уйландырырлыҡ, уны иманына, рухына ҡайтарыу өсөн яҙылған мәҡәләләренән, бай күңелле педагог-тәрбиәсе тәжрибәһе һөҙөмтәһенән асыҡларға мөмкин. Был авторҙың төбәк халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм дә киләсәге, иң мөһиме, милли бәйләнеш, туған тел, ғаиләлә тәрбиә һәм башҡа проблемалы мәҡәләләре бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Был Р.Шаһиевтың үҙе һайлап алған һөнәренә тап килеп кенә тора һәм төп позицияһын билдәләй, тип әйтә алабыҙ, йәғни һәр мәҡәләлә (ул очеркмы, һүрәтләмәме, ғилми рецензиямы, методик йүнәлештәге сығышмы), автор уҡытыусы, ижади эшкә саҡырыусы педагог-тәрбиәсе булып ҡала.

Рәүеф Шаһиевтың үҙенең уҡытыусыһы һәм талип йылдарындағы ғилми етәксеһе, яҡташыбыҙ Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә беренселәрҙән булып «Яҡты хәтер» китабы яҙып, туплап, әҙерләп «Китап» нәшриәтенә тапшырыуы (ул 1998 йылда сығасаҡ), ғалимдың урыҫса ғилми хеҙмәттәрен әҙерләүе, тормошо һәм ижад юлы тураһында иҫтәлектәр яҙыуын дауам итеүе оло маҡтауға лайыҡ.

Авторҙың «Ағиҙел» журналында сыҡҡан «Фән күгендә атылған йондоҙ» хәтер-мәҡәләһен тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел, был турала матур фекерҙәр әйттеләр, Марат Минһажетдиновтың хәләл ефете Хәмиҙә ханым да оло рәхмәтен белдерҙе. Яҡты иҫтәлектәрҙе күңел йылыһы һалынған хәтирәләрҙе тик матур күңелле, намыҫы таҙа, асыҡ фекерле кеше генә яҙа ала. Шундайҙарҙың береһе ул Рәүеф Шаһиев. Бөгөнгө көндә Р.Шаһиев үҙебеҙҙәге «Өлкәр» региональ журналын нәшер итә. Журнал бай тематика менән сыға. Унда мәктәп, ғаилә, тәрбиә, белем биреү мәсьәләләре, педагогик портреттар, ҡыҙыҡлы сценарийҙар, әҙәби әҫәрҙәр, тарихи, арҙаҡлы шәхестәр тураһындағы һәм дини темаға йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәр баҫыла. Уның авторҙары күпселектә уҡытыусылар. Шул яғы менән мөхәрририәт эше уҡыусыларҙы ылыҡтыра. Р.Шаһиев башҡорт теле һәм әҙәбиәтен пропагандалауҙа, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен, ғалимдарҙың ғилми китаптарын халыҡҡа еткереү, таратыу буйынса тәнҡитсе-рецензент булараҡ актив эшләгән авторҙарҙың береһе. Дөрөҫөн әйткәндә, уның төрлө китапҡа яҙылған ғилми рецензиялары, методик алымға ҡоролған әҙәби анализы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына әҙер дәрес өлгөһө лә була ала.

Шуның һөҙөмтәһелер, Р.Шаһиев ошо көндәрҙә әҙәбиәт уҡытыусылары, башлап ижадҡа килеүселәр өсөн әҙәби-методик ҡулланма булырлыҡ тәнҡит, рецензиялар йыйынтығын тупланы. Башҡортостан яҙыусылар Союзы янындағы тәнҡит секцияһы буласаҡ китапҡа яҡшы баһа бирҙе һәм «Китап» нәшриәтенә тәҡдим итте.

Рәүеф Вәли улы Шаһиев – Рәсәй һәм Башҡортостан республикаһы журналистары Союзы ағзаһы. Журналист булараҡ та ул район-ҡала тормошон яҡтыртҡан, алтын ҡуллы, әйтергә кәрәк, намыҫлы, үҙ һүҙендә ныҡ торған кешеләре хаҡында публицистик сығыштары менән тиҙ арала танылды. Был мәҡәләләрҙең дә төп темаһы – кешене иманына ҡайтарыу, бөгөнгө көндә беҙҙең өсөн шунан да ҡиммәтлеһе юҡтыр.

Ниндәй генә мәҡәләләр яҙһа ла, Р.Шаһиев педагог булып ҡала, тигәйнек инде. Уның инициативаһы менән һәм «Яйыҡ» гәзите мөхәрририәте ярҙамында «Атҡаҙанған уҡытыусылар» рубрикаһы асылды. Шул һөҙөмтәлә алдынғы уҡытыусыларға арналған педагогик портреттар донъя күрә башланы. Һәйбәт, изге эш. Тик бер теләк тә белдерәһе ине: һәммәһен дә гәзиттә баҫтырып булмаған хәлдә, «Өлкәр» журналында дауам итеп, ошондай танылған педагогтарҙың, ҡала-районыбыҙҙың күренекле кешеләренең айырым китабын ташҡа баҫтырырға. Был, һис шикһеҙ, йәш уҡытыусыларға ла, ветеран-педагогтарға ла матур бүләк булыр ине.

Күп йылдар мәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе, хакимиәт башлығы булып эшләгән Рәүеф Шаһиев бөгөнгө көндә журналислыҡ эшендә лә халыҡ өсөн файҙалы эш башҡара. Был турала уның республика күләмендә, атап әйткәндә, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында, «Заман-Башҡортостан», «Йәшлек», «Ҡыҙыл таң», «Өмөт» гәзиттәрендә донъя күргән ғилми-методик мәҡәләләре, телевизор, радионан әҙәбиәт проблемаларына арналған сығыштары һөйләй.

Рәүеф Вәли улы Шаһиев беҙҙең Наурыҙ урта мәктәбендә белем алған, оло юлға ошо мәктәптән сыҡҡан. Шуға күрә беҙ уның ошондай йәшәү рәүешенә, эшенә ҡыуанабыҙ, ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.

Билдәле булыуынса, беҙҙең районда Марат Минһажетдинов исемендәге премия булдырылған. Уҙған йыл гәзиттә был премияға тәҡдим ителгән исемлегендә Рәүеф Шаһиевтың да исем-шәрифе булды, әммә ләкин лауреаттар булманы. Ошо тәҡдимде беҙ быйыл да индерәбеҙ.

Иптәш Рәүеф Вәли улы Шаһиев 1997 йылғы Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемендәге премияға тулыһынса лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ.

Гөлнур Хәлфетдин ҡыҙы Заһирова, Наурыҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһ-93» район конкурсында еңеүсе, республика конкурсы финалисы.

Булыр илдең улдары

БР Яҙыусылар союзы ултырышы үтеп, унда биш кеше ағза итеп ҡабул ителде. Береһе – беҙҙең яҡташ. Рәүеф Вәли улы Шаһиев ғилем белгесе һәм әҙәби тәнҡитсе булараҡ, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы исемен йөрөтәсәк.

Рәүеф Вәли улының тыңғыһыҙ һәм емешле ижадсы булыуы Учалы халҡына мәғлүм инде. Һуңғы йылдарҙа биш китап баҫтырҙы: «Алтын бишегем - Учалы» (2003 й.), «Ижади маһирлыҡ», «Күңел көҙгөһө» (2004 й.), «Учалының йәшел ҡалҡаны» (2005 й.), «Мәғариф баҫҡыстары буйлап» (2006 й.). Уның ҡатнашлығында, автор, авторҙаш йә төҙөүсе булараҡ, йәнә дүрт ҡулъяҙма нәшриәткә тапшырылған. Шул иҫәптән «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы», «Яҡты хәтер» (М.Минһажетдинов тураһында), «Халыҡ ынйылары» (үҙебеҙҙең ерлек нигеҙендәге этнопедагогика), Учалы моңдары» (ноталары менән халыҡ йырҙары). Рәүеф ағай әле «Мәғариф баҫҡыстары буйлап» китабының 2-се томы өҫтөндә эшләй. Уныһы «Йөрәгемде балаларға бирәм» тип атала, ветеран уҡытыусыларҙың ижади портреттары торасаҡ.

Р.Шаһиев филология фәндәре кандидаты булараҡ, докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә лә ныҡышмалы эшләй. Шартлы рәүештә темаһы «Хәҙерге башҡорт прозаһында шәхес концепцияһы» тип атала.

- Бер көтөү ағзалары сифатында түгел, һәр кеше үҙен тиңдәр араһында тиң итеп тойған милләттең генә киләсәге бар. Минең аңлауымса, ата-бабалар мираҫына тоғро ҡалған, әммә киләсәккә ҡарап йәшәгән, үҙ-үҙен һәм тирә-йүндәгеләрҙе ихтирам иткән, яҙмыш һынауҙары алдында ҡойолоп төшмәгән кеше генә тулы мәғәнәлә шәхескә әйләнә ала, - тип иҫәпләй Рәүеф Вәли улы. Ү Был беҙҙең милләт өсөн генә түгел, бар донъя өсөн актуаль. Һәм дөрөҫ юҫыҡ һайлағанда милли әҙәбиәттең ролен ҡалған бер ни менән алмаштырып булмайҙыр, үҙ мәҙәниәтеңде инҡар итеүгә тиң бит. Ҡыҫҡаһы, ошо ҡатмарлы милли, социаль, сәйәси һәм рухи һорауға яуап эҙләйем, башҡорт милләтен тергеҙеүҙә бәләкәй генә булһа ла, үҙ өлөшөм булһын тип тырышам.

Рәүеф ағайҙың был фекере менән килешмәй булмай. Халыҡ мәҡәле лә раҫлай бит: «Булыр илдең улдары бер-береһенә батыр тиер, бөлөр илдең улдары бер-береһенә бахыр тиер». Ә «батыр-бахыр» идентификацияһы әңгәмәсебеҙ күтәргән шәхес концепцияһынан башлана ла инде. Ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән хәҡиҡәткә ни тиклемиртәрәк төшөнәбеҙ, барыбыҙ өсөн лә шул тиклем яҡшыраҡ булыр.

Илфат Янбаев.

Учалы егете

Беҙҙең уҡыу төркөмөндә 27 студент ине. Шуларҙың етәүһе Учалы районынан: Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Нәжиә Нафиҡова, Рәшиҙә Солтанова, Фәрит Усманов, Урал Хисамов, Рәүеф Шаһиев, Мәүлиҙә Йосопова. Бында, әлбиттә, филология факультеты деканы урынбаҫары, Учалы районының Ҡобағош ауылы егете Марат Минһажетдиновтың да ҡыҫылышы булмай ҡалмағандыр. Әммә насар уҡыманы учалылар: дәрес ҡалдырманылар, тәртип боҙоп йөрөмәнеләр, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Хәйер, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында 1964-1969 йылдарҙа белем алған башҡорт-рус төркөмө үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел ине. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты, факультет, университет күләмендә үткәрелгән сараларҙа юл башлап йөрөнө, хеҙмәт семестрҙарына бармай ҡалманы, хатта Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән республиканың көнъяҡ райондарын урап сыҡты.

Йылдар үткәс, төркөм студенттарынан Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Рәсәй һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлийән Ҡаһарманов – филология фәндәре докторы, Рәүеф Шаһиев менән Ризван Хажиев филология фәндәре кандидаттары булып китте. Йәнә төркөм комсоргы Рәшиҙә Солтанова менән ошо юлдарҙың авторы Башҡортостан парламентына депутат итеп һайланды. Рәшиҙә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе лә булды.

Тик алты һабаҡташыбыҙҙың арабыҙҙан иртәрәк китеүе генә эсте бошороп ҡуя.

Әле минең алда төркөмдөң фотоһы ята. 1967 йылдың 15 апрелендә IV курста уҡығанда педпрактикаға китер алдынан төшкәйнек. Уртала ҡулдарын ябай ғына йоҡа пальто кеҫәһенә тыҡҡан, сөм ҡара сәстәрен артҡа тараған һәм уйсан күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа төбәп Рәүеф Шаһиев баҫҡан. Уға 21 генә йәш. Тормош юлы саҡ башланып тора. Шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла алда әле.

Университетты тамамлағас, ул тыуған яҡтарына ҡайта, балалар уҡыта. Бер нисә йылдан һуң йәш белгесте Яңы Байрамғол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шәғәр, Миндәк һәм Яйыҡ йылғалары араһында ятҡан ауыл мәктәбе иҫке генә бер нисә бинаны төйәк иткән, балалар ике сменала уҡый. Рәүеф күп уйлап тормай, уға ғына хас ныҡышмалылыҡ менән яңы мәктәп һалдырыуҙы юлларға керешә, район хужалары тупһаларын тапай һәм үҙ һүҙен һүҙ итмәй туҡтамай.

Яңы уҡыу йылы алдынан, ниһайәт, 192 урынлыҡ яңы типовой мәктәп ишектәрен аса. Директорҙың тырышлығын, әүҙемлеген күреп, ауыл советына депутат, артабан Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Бында ла үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтергә өлгөрә Рәүеф: районда беренселәр рәтендә уҡыусы-малсылар, уҡыусы-игенселәр бригадаларын ойоштора, Һөйәрғол, ҡәйепҡол, Муса башланғыс мәктәптәрен, балалар баҡсаларын, клубтарҙы төҙөкләндерә, яңы юлдар һалдыра, ҡоҙоҡ ҡаҙҙырта, зыяраттарҙы кәртәләтә, инде онотола башлаған боронғо байрамдарҙы яңырта.

1966 йылда уның тыңғыһыҙ тормошонда тағы ла үҙгәреш: көтмәгәндә районда сыға башлаған «Өлкәр» әҙәби һәм фәнни-популяр журналына баш мөхәррир итеп ҡуялар. Ана шунда Рәүеф Шаһиевтың тағы ла бер һәләте асыла. Ул әҙәби тәнҡит донъяһына сума, профессор Роберт Байымов етәкселегендә ситтән тороп аспирантура тамамлай һәм «Бөгөнгө башҡорт прозаһында герой концепцияһы» тигән темаға филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.

Әле студент йылдарында уҡ Рәүеф республика матбуғатында йыш ҡына сығыш яһай торғайны. Уҡытыусылыҡ эшенә тотоноп киткәс, был ғәҙәтен ташлағайны һәм бына йәнә яҙыша башлай. Ябай, өйрәнсек мәҡәләләр түгел хәҙер уның яҙғандары, ә төплөрәк, тосораҡ, ҙурыраҡ проблемаларға тотона, әҙәби тәнҡит менән киңерәк шөғөлләнә. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, 2002 йылда «Бер тамсы бальзам» һәм «Зөлҡәрнәйҙең изге аманаты» әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре өсөн Рәүеф Шаһиев «Ағиҙел» журналының йыллыҡ премияһы лауреаты исемен яулай.

Ғалимдың тормош юлының байтаҡ йылдары педагогика менән бәйләнгәнлектән, ғилми ижады ла өс йүнәлештә алып барыла: педагог-тикшеренеүсе, педагог-практик, педагог-журналист. Ул ижади эшләүсе педагог та, педагог хеҙмәтен таратыусы пропагандист та, матбуғат аша данлаусы, уға иғтибар йәлеп итеүсе лә һәм үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә ана шул педагогик тәжрибәһенә таянып эш итә лә белә.

Тик һуңғы йылдарҙа ғына Рәүеф Шаһиевтың «Учалым – алтын бишегем», «Күңел көҙгөһө», «Сила художественности», «Белем баҫҡыстары буйлап», «Райондың йәшел ҡалҡаны» тигән китаптары, рус һәм башҡорт телдәрендә байтаҡ очерк, һүрәтләмә, рецензия, ғилми мәҡәләһе донъя күрҙе. «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы», «Балаларға бирелгән йөрәк», «Халыҡ ынйылары», «Бәләкәй Ватаныбы легендалары» (авторҙаш), «Марат Минһажетдитновтың әҙәби мираҫы» - шуларҙың бер нисәһе генә.

Рәүеф Вәли улы бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте ғилемендә яңы исем түгел. Әгәр студент йылдарында әҙәби тәнҡиткә ҡағылышлы ябай мәҡәләләр, рецензиялар, күҙәтеүҙәр менән генә сығыш яһаһа, хәҙер ул тормош баҫҡыстарын үткән һәм башҡорт әҙәбиәте тураһында тос һәм етди фекер йөрөткән, ярайһы уҡ тәжрибә туплаған үҙенсәлекле тәнҡитсе. Курсташыбыҙ бөгөн дә ижад юлында, бөгөн дә гүзәл тәбиғәт ҡосағында ятҡан Учалыһынан көс һәм илһам алып, уның уңған кешеләренә маҡтау йырлап, башҡорт әҙәбиәтенә осҡор һәм төплө байҡау яһап мәҡәләләр яҙа. әле ул ең һыҙғанып «Бөгөнгө башҡорт прозаһында шәхес концепцияһы һәм уны мәктәптә уҡытыуы методикаһы» тигән докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Шигем юҡ, Рәүеф уныһын да еңеп сығыр. Сөнки Учалы егете бит ул.

Ризван Хажиев.

Уҡытыусы, фән эшмәкәре

Учалы районының «Яйыҡ» гәзитендә хеҙмәт ветераны хәмиҙә Минһажетдинованың «Ул быға лайыҡ» исемле мәҡәләһе сыҡҡайны. Унда һүҙ филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиевтың педагогик эшмәкәрлеге хаҡында бара. Оҙаҡ йылдар Учалы районының мәғариф өлкәһендә эшләүсе Рәүеф Вәли улы тураһында мин дә «Башҡортостан» гәзитенә яҙып ебәрергә булдым.

Рәүеф Шаһиев ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаны. Райондың Урал, Рысай, ҡунаҡбай ауылдарында уҡытыусы, Яңы Байрамғолда директор булып эшләне. Тәрән белемле уҡытыусы булараҡ, ул дәрестәрен ижади планда ҡороп, һәр саҡ уңышлы үткәрә ине. Һөйләү-аңлатыу, күргәҙмә материалдары, тирә-яҡ мөхит менән бәйләнеш, ер-һыу атамаларын, тарихи булмышыбыҙҙы өйрәнеү һәм башҡа алымдар аша уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү уятты. Күпме йылдар үтһә лә, уның уҡыусылары Рәүеф Вәли улын – ябай, ихлас, ысын уҡытыусыны онотмай. Һүҙемде нығытыр өсөн уҡыусыларҙың һүҙҙәрен миҫал итеп килтерәм:

- Рәүеф Вәли улы беҙгә рус теленән белем бирҙе, - ти Учалы районы үҙәк дауаханаһы табибы Рәмил Саҙриев. – Таҡта янында тороп түгел, парталар араһында йөрөп һөйләр ине. Дәресте һәр саҡ илдәге яңылыҡтар менән таныштырыуҙан ьашланы. Рәүеф Вәли улы балаларға: «Һин нисек уйлайһың?» - тигән һорауҙы бик йыш бирҙе. Дәрес һуңында һәр беребеҙгә айырым туҡталып, биргән яуаптарыбыҙға төплө һығымта яһар, ғәҙел билдә ҡуйыр ине.

Күренекле ғалимә, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Гөлфирә Гәрәева ла уҡытыусыһы хаҡында тик яҡшы фекерҙә.

«Рәүеф вәли улы рус әҙәбиәте классиктарының тормошо һәм ижад юлы хаҡында үткәргән дәрес-лекциялар, дәрес-семинарҙар, мәктәп күләмендәге конференциялар, айырым яҙыусыларға арналған юбилей кисәләре ифрат мауыҡтырғыс үтә ине, - ти ул. – Сығарылыш имтиханында бөйөк рус яҙыусыһы М.Горькийҙың «Әсә» романындағы Пелагея Ниловна образы хаҡында яҙған иншама ҙур баһа ҡуйыуын әле лә онотмайым.

... БДУ-ла уҡыта башланым. Гәзиттәрҙә, журналдарҙа Рәүеф Вәли улының исем-шәрифе менән уҡымлы очерктар, әҙәби тәнҡит, эш тәжрибәһенә таянып яҙылған методик йүнәлештәге ғилми мәҡәләләр сыға башланы. 1999 йылдың апрелендә уҡытыусым беҙҙең башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһына кандидатлыҡ минимумдарын тапшырырға килмәһенме? Уҡытыусым өс имтиханды ла юғары баһаларға тапшырҙы, кафедра ултырыштарындағы яуаплы һынауҙарҙы ла, диссертация яҡлауҙың күп баҫҡыстарын да уңышлы үтте. Уның ихтыяр көсөнә, яуаплылығына, маҡсатҡа ынтылыусанлығына, ижади әүҙемлегенә тағы бер ҡат ихлас һоҡландым».

Рәүеф Вәли улы һайлаған һөнәренә һәр саҡ тоғро ҡала. Мин уны эҙләнеүсән ғалим-педагог, фәҡәт үҙ көсө, үҙ ҡәләме менән бәхетен табыусы тип күрәм. Билдәле шәхестәр, онотолоп барған мәғариф хеҙмәткәрҙәре хаҡында китаптар яҙыуы менән генә лә оло хөрмәткә лайыҡ ул. «Төпкөлдә эшләп, балалар үҫтереп, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып, шул арала ғилми эш менән булып, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә күтәрелеүсе педагогтар республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ икәнен аңлаһаҡ, был үҙе ижади ҡаһарманлыҡҡа тиң», - тип яҙғайны күренекле телсе-ғалим Вәли Псәнчин Рәүеф Шаһиев хаҡында.

Тағы бер яҡташыбыҙ, күренекле ғалимә-фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институнының фольклор секторы мөдире Гөлнур Хөсәйенова Рәүеф Вәли улының кешеләрҙе яҡшылыҡҡа килешеп-аңлашып йәшәргә саҡырыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.




Поиск по сайту:







©2015-2020 mykonspekts.ru Все права принадлежат авторам размещенных материалов.