Мои Конспекты
Главная | Обратная связь


Автомобили
Астрономия
Биология
География
Дом и сад
Другие языки
Другое
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Металлургия
Механика
Образование
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Туризм
Физика
Философия
Финансы
Химия
Черчение
Экология
Экономика
Электроника

Доктор филологических наук.



 

Өфөнән сәләм!

Һаумы, Рәүеф ҡусты!

Һиңә һәм ғаиләңә, барыһына ла, ихлас күңелдәнялҡынлы сәләмдәр ебәреп, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ижадығыҙҙа оло ҡаҙаныштар теләп ҡалыусы элекке уҡытыусың Вәли Псәнчин.

Рәүеф!

Иң элек һиңә миңә 70 йәш тулыу уңайы менән «Заман» газетаһындағы матур йөкмәткеле, ихлас, тәрән хис-тойғоло итеп яҙылған мәҡәләң өсөн рәхмәтемде еткерәм. Ул мине ысын мәғәнәһендә тулҡынландырҙы ла, һоҡландырҙы ла, ул мине яҡын дуҫтарым, тиңдәштәрем, туғандарым, элекке студенттарым алдында юғары күтәрҙе, шуның менән бергә ҡайһы бер «дуҫтарымды» көйөндөрҙө лә. Уйламаған ерҙән мине шулай хөрмәтләгәнең өсөн тағы ла һиңә, университетта уҡытып сығарылыштан башҡа бер нисек тә яҡшылыҡ эшләгәнем юҡ. Ә бит минең менән бер ойошмала, бер бүлмәлә ултырып эшләгән, минән мөмкин булғандың бөтәһен да алған (икеүөс тапҡыр фатир, үҙенә тиң булмаған эш алған, китап сығарған, хатта минең етәкселектә диплом яҙған) кешеләр ҙә бар ине. Улар башҡаларҙан алырға ғына һәләтлеләр, ә үҙҙәре изгелек, яҡшылыҡ эшләргә һәләтһеҙҙәр. Улар өсөн минең түңәрәк тыуған көн бар ни ҙә, юҡ ни! Шундайҙар алдында һинең сығыш яһауың аяҙ көндәге йәшен ул. Теге ваҡытта ла «Һүҙ тылсымы» китабына ла уйламағандан бына тигән рецензия яҙҙығыҙ. Уның өсөн ваҡытында рәхмәт әйттемме, юҡмы!?

Мине һәр саҡ көндәлек матбуғатта сығып торған тәрән йөкмәткеле, матур тел менән яҙылған мәҡәләләрегеҙ һоҡландыра. Ул ғына ла түгел, районда мәҙәни үҙәктәрҙән алыҫта тороп, бына тигән диссертация яҡлау үҙе бер һоҡланырлыҡ ҡаһарманлыҡ түгелме ни! Ә бит шул мәҙәни үҙәк эсендә ҡатнашып йәшәгәндәрҙең ҡайһылары диссертация яҙыу түгел, һоҡланырлыҡ тәрән фәнни-теоретик кимәлдә мәҡәлә лә яҙа алмағандар бар бит әле. Ундайҙар алдында һинең диссертация яҙыуың, уңышлы яҡлауың ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ!

Рәүеф! Был хатты мин күптән яҙырға тейеш инем, адресыңды таба алмай оҙаҡлап кителде. Фәниәгә шылтыратып та алырға булыр ине, ҡолаҡ ныҡ ҡына ишетмәгәс, кешене борсорға теләмәгәйнем. Улым Юлай һинең улыңдан алған адресыңды. Ярай, ҙур рәхмәттәр менән ихлас хөрмәтләп В.Псәнчин.

Й.

 

«Ағиҙел» журналы редакцияһы

Һаумыһығыҙ, Рәүеф Шаһиев!

Һалым инспекцияһы яңы тәртип индерҙе: һәр автор менән контракт төҙөшөргә, элек талап ителгән мәғлүмәттәргә өҫтәп, страховка номерын / пенсия фондына страховка түләүҙәре танытмаһы номеры/ теркәргә кәрәк.

Тиҙ арала ошо «Трудовой договор»ҙы тултырып /I йылға/ бөтә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып, I данаһын «Ағиҙел»гә ебәрһәгеҙ ине.

Ихтирам менән журналдың яуаплы сәркәтибе Г.Яҡупова.

 

 

Рәүф! Ҙур рәхмәт мәҡәлә өсөн. «Йәшлек»тә сыҡты! Страховой номер тигәнде телефон аша әйтһәгеҙ ине – срочно!

50-82-31 – бухгалтерия.

Уңыштар теләп Г.Яҡупова.

 

Сәләм, Рәүеф Вәлиевич!

Һөйләшеүебеҙ буйынса, бынау ике романды һиңә ебәрәм инде. «Башҡортостан» гәзитен күҙҙә тотоп, рецензия яҙып ебәрһәң ине. Яҙһаң, мөхәрриргә әйтермен йә үҙем керетеп бирермен. Һиңә ебәреүемдең бар сәбәбе шунда: һинең яҙыу стилеңде яратам, худ. әҫәрҙәрҙе анализлай белә торғанһың. Бындай үтенес менән мин башҡа бер кемгә лә мөрәжәғәт итмәйем.

Ике китап бер-береһенә ялғанған. Аралары 13 йыл (1920, 1933-1937 йылдар).

Тәүге өлөшө саҡ ҡына элеккесәрәк, «советсараҡ», «коммунистарҙы» яҡлаңҡырап яҙылды. Шулай ҙа элекке вариантына күп төҙәтмәләр индерелде: бигерәк тә Өфө губкомы ебәргән (Белоретҡа) большевиктар сәйәсәтенә ҡаршы байтаҡ нәмә әйтелде. Уларҙың төп ҡарашы бер үк нәмә булды бит инде: башҡорттоң аңһыҙ, наҙан, улар бандит, уларҙы ҡырырға ғына кәрәк һ.б. Фронттан ҡайтып төшкән төп герой Сәғит тә башта шул фекерҙән алыҫ түгел, ләкин яйлап ул да үҙгәрә, милли көрәшкә ҡушылып киә алмаһа ла, ул икеләнә, үҙ халҡын йәлләй (был тәңгәлдә ул Муса Мортазинды хәтерләтеп ҡуя).

Элек минең черновиктарҙы уҡыған кешеләр араһында ниңә Поляковкаға һәм урыҫтарға ул хәтлем күп урын бирәһең, ҡайһы береһенә башҡортҡа әйләндер, тиеүселәр булды. Мин быны эшләй алманым, сөнки эҙләнә эҙләп, мин Учалы яҡтарында күҙгә бәрелеп торған коммунист башҡорттарҙы тапманым. (Был иҫәпкә типтәр коммунистар – Илсе, Иманғолда, Ахундан) инмәй. Улар «ҡыҙылдарға» яҙылып, совет власы вәғәҙә иткән ер алырға ғына тырышҡан. Ә беҙҙең башҡорттар, (Уйский яғындағы казактар ҙа) башлыса «аҡтар»ға һәм З.Вәлиди армияһына яҙылып, шул уҡ ерҙе бирмәйбеҙ, тип һуғышҡан. Бында хикмәт ҡыҙыл йә аҡ булыуҙа түгел. Яҙа-яҙа шуны төпсөндөм мин.

Ихтилал етәксеһе Фәтҡулла Мәғәсүмов тураһында. Минең элегерәк уны бандит һымағыраҡ итеп яҙғаным бар. Был юлы мин уның был яғын бик йомшарттым. Ләкин Йыһат Солтанов һәм Ғәзим Шафиҡов һымаҡ уны милли герой итеп тә күрһәткем килмәне (миндә киреһен һөйләгән документтар күп ине шул). Шулай итеп, ул Мелехов кеүек ике яҡлыраҡ кеше булып сыҡты.

Төп фекер – коммунистарҙың, ҡорал алып, үҙ халҡына ҡаршы сығыуы. Шуны күрһәтеү ине. Килеп сыҡтымы был, юҡмы - әйтә алмайым. Һәр хәлдә 1-се китапта минең төп герой ҙур икеләнеүҙәр кисерә һәм шул арҡала репрессияға эләгә. (Прототибы икәү: Учалы волосы рәйесе Ғәйнетдин Сәғетдинов һәм Кәрим ауылы кешеһе Шаһишәриф Бүләков).

Был китапта ла, икенсеһендә лә вағыраҡ персонаждарҙың тәғәйен прототиптары бар. Фатима, мәҫәлән, ниндәйҙер кимәлдә Әсмә апай Мөслимова, Мөһиә уйлап табылған, Ҡарағужин – Туңғатарҙың Аҡҡужины булыр, Йәнәбәков, Чанышевтар үҙгәртелмәй алынған. Шулай уҡ Белорет большевиктары ла. Федор Сафонов – Учалы типографияһында бухгалтер булып эшләне. Рәхмәт ҡарт та шунда ине.

Былары, бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә. Ике романдың да башлыса документаль нигеҙҙә булыуын әйтергә теләнем, шикелле.

Бик ҡыйын булмаһа, «Яйыҡ» менән «Серп и Молот»ҡа ла бәләкәй генә заметка бирмәҫһеңме икән?

Аҙашың. 29.05.2010

 

Хөрмәтле Ғайса ағай!

Һеҙгә Учалы сәләмдәре менән Рәүеф ҡустығыҙ Шаһиев тип уҡырһығыҙ. Мин ошо материалда үҙемдең ҡайһы бер тәъҫораттарымды яҙып булышҡайным. Ваҡыт табып, ҡарап сыҡһағыҙ һәм дә етмәгән, килешмәгән урындарын үҙгәртеп, шымалабыраҡ ебәрһәгеҙ икән Ғайса ағай. Һеҙҙең турала яҙыуҙың ни тиклем етди икәнен аңлайым мин, уҡыусы булараҡ сығышым бәлки берәй гәзиттә, йәки журналда 70 йәшегеҙҙән алдараҡ донъя күрһә, беҙҙең Учалы төбәгенән тағы ла төрлө тәҡдимдәр булыуы ла ихтимал. Яҙыусының төп терәге уҡыусы бит инде, шуға күрә әйтелгән тәҡдимде тағы ла күтәреп сыҡһалар, дөйөм эш отор ғына ине тип уйлайым.

Һеҙгә ҙур уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләп Р.Шаһиев.

Ризван һабаҡташҡа, мәсетле типтәренә күп сәләмдәр күндереп ҡалам.

14.02.98й.

Минең Р.Өмөтбаев «Атлы башҡорт» мәҡәләһе ни хәлдә икән?

Ошо рецензияны баҫтыр, университетҡа ла, нәшриәткә лә (кәрәк урындарға) алып бар.

Һиңә ихлас теләктән, ижади уңыштар теләп, Ринат Камал.

4 май, 1997 йыл.

52.74.47.

Аксакова, 62 (ост.»Крошка» трамвай) күсеүебеҙ ихтимал.

 

Рәүеф ағай, һаумыһығыҙ!

Рекомендацияны Тимерғәле ағайға тапшырҙым. Ике дана, береһен үҙегеҙгә һалам.

Буласаҡ китапҡа инәсәк ике повесты һалам. Ҡалғандары 2000 йылда сыҡҡан «Аҙашҡан болан балаһы» китабындағы дүрт әҫәр: «Рҙайлы сәфәр», «Аҙашҡан болан балаһы», «Һайлау», «Ҡиблалар буталғанда». Мәҡәләне был алты повесть тураһында ғына түгел, минең бөтә ижад тураһында яҙырға кәрәктер. Уныһын үҙегеҙ ҡарарһығыҙ инде. Китаптарҙың ҡыҫҡаса аннотацияһын ебәрәм. Китаптар һеҙҙә барҙыр тип ышанам.

Һеҙҙе май байрамдары менән ихлас ҡотлайым! Ижади уңыштар, сәләмәтлек теләп Факил.

27.04.09

 

 

Рәүеф!!!

Барырҙай булһа, бына бер материал ебәрәм. Төп мәҡәләне минең юбилейға ҡарата Аҫылғужа менән Сәлимйән яҙғайны. Уға мин тик ҡайһы бер мәғлүмәттәр генә өҫтәнем. Кәрәге булһа тип, фотомды ла һалмаҡсымын.

Йыйынтығың тураһында һөйлә әле. Йә яҙып ебәр. Ниндәй китап буласаҡ ул, ҡайҙа сыға, кемдәр инәсәк. Шулай ҙа була: Силәбе өлкәһенең Һатҡы районының энциклопедияһына тип минән бер ҡосаҡ мәҡәлә, фото алып киттеләр ҙә, шуның менән хуш, Хәйрүш! Был һиңә ҡағылмай, әлбиттә.

Әлегә хуш! Хат яҙ. Ризван. 22.03.11.

 

 

Аҙаш, һаумыһығыҙ!

«Тарихи тәжрибә һәм шәхес концепцияһы» тигән әйберең миңә килеп эләкте. Бик шәп яҙылған. Тик ҡайһы бер шик-шөбһәләрҙе алдан еткереп ҡуймаҡсы булдым үҙеңә.

Берҙән, ҡулъяҙманың копияһы икән был. Мин Ғайса Бат-кә инһәм, кәңәшләшер өсөн, ул мотлаҡ быға иғтибар итәсәк һәм кире ҡағасаҡ. Мин ни эшләрмен икән, тип аптырайым хәҙер үк. Икенсенән, мәҡәлә бик ҙур. 2 номерға бирҙертмәйәсәк. Уны икегә бүлеп, икеһен айырым-айырым бирергә мөмкин түгелме?

Үҙеңдең фекерҙәреңде ишетке килде. Шуға күрә ҡулъяҙманы бысратып тормайым әлегә. Берәй килгәнеңдә инеп сыҡ, йә хат яҙып һал.

Фатир алғанһың, ахырыһы. Шулай булһа, ҡотлайым!

Ғаиләңә, таныш-белештәргә минән сәләм!

Р.Насиров.

11.01.2000.

 

Ауылдаштарыма мәдхиә

Тыуған ауылым Ташҡыяның хозур тәбиғәте борон-борондан күркәмлеген һис тә юғалтмаған. Билөҫтө ҡалҡыулығы, Әбей батша бойороғо менән һалынған Оло юл аръяғынан теҙелеп киткән Ырҙын табағы, Ҡуянташ, Ҡараташ, Ташҡыя тауы теҙмәләре, Тәнәкбил, Мөкөш ҡойоһо, Ҡаратал баҫыуҙары, Буранбай һаҙлығы сигенә саҡлы ҡарағас, ҡарағай, ҡайын урманы менән шыр ҡапланған булған. Бил һырты үҙәгендә әле булһа ла шул урмандың төҫө, тере тарихы булып ҡолас етмәҫлек ике ҡарағас һаҡланып ҡалған. Улар «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән, кәртәләнеп тә ҡуйылған. Был дәү ҡарағастар, әүәл-әүәлдән ауылдаштарҙың, һалдатҡа китеү-ҡайтыусыларҙың хушлашыу-осрашыу урынына әйләнгән, йыр-таҡмаҡтар ижад ителгән. Шуларҙың береһе «Ташҡыя» исемлеһе.

...Таш ҡаяҡай тигән һай,

биләнгә,

Сабып менә һалдат аттары.

Һау булығыҙ, тиеп, беҙ

киткәндә,

Илап ҡалды ауыл ҡарттары.

Таш ҡаяҡай тигән һай,

биләнгә,

Үҫкән икән ике ҡарағас.

Хуш, ауылым, тиеп киткән

саҡта,

Илап ҡына ҡалды ҡараҡаш.

Машиналар йөрөй һыҙғырып,

Тимер юлҡайҙарын ҡыҙҙырып.

Иҫән генә булһаҡ, беҙ ҡайтырбыҙ,

Бер аҙ ғүмер ситтә уҙҙырып.

Ат егәбеҙ, тиеп, һай йөрөйҙәр,

Ялын ғына сәсеп үрерҙәр.

Иҫән генә йөрөп беҙ ҡайтырбыҙ,

Һау кешеләр беҙҙе күрерҙәр...

(Көйө менән бергә йырҙы 1965 йылда Учалы районы Ташҡыя ауылында 77 йәшлек Мәғәсүм Шакировтан С.Ғәлин яҙып алған).

Ауылдың уң яғынан икегә айырылып талғын ғына Яйыҡ йылғаһы аға. Йылға-тауҙар, урмандар ҡосағынан ҡыҫылып, һурылып килеп сыға ла, ошо ерҙән киңлеккә Силәбе, Ырымбур далаларын ярып Каспийға юл ала.

Өҫкә ауырҙай ҡая таштар теҙмәһе, күкле-йәшелле төҫкә мансылып, ҡатлам-ҡатлам яҫтыҡ таштары ҡарап ҡарауға үҙе бер тамаша. Ҡаяға аҫылынып, бына-бына уҡмарылып, аҫҡа осорҙай Ҡолаҡташ бик боронғо яҙыуҙарҙы һаҡлаған. Уның янындағы һандыҡ ташы урындыҡты хәтерләтә. Ауылдың инәйҙәре унда теҙелешеп ултырып, йөн иләп-сиратҡан, йыр-моң көйләгән, мөнәжәт әйткән, килер көндәргә теләк теләгән. Кистәрен ҡыҙ-ҡырҡын, егет-елән килеп «Үгеҙ йөҙөк», «Ҡасҡын» уйнаған, ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтешкән...

...Таш ҡаяның таштары,




Поиск по сайту:







©2015-2020 mykonspekts.ru Все права принадлежат авторам размещенных материалов.