Мои Конспекты
Главная | Обратная связь


Автомобили
Астрономия
Биология
География
Дом и сад
Другие языки
Другое
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Металлургия
Механика
Образование
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Туризм
Физика
Философия
Финансы
Химия
Черчение
Экология
Экономика
Электроника

Сипылдаша башланы.



Ташҡыя малайҙарына

Күҙе төшә башланы...

...Беҙ ғаиләлә 3 ир һәм 3 ҡыҙ бала үҫтек. Атайым Вәлиулла Шаһиәхмәт улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Фин һуғышында, һуңғараҡ Алыҫ Көнсығышта Квонтун армияһына ҡаршы ил сиген һаҡлаусылар ғәскәрендә хеҙмәт итә. Һуғыштан 1946 йылдың март айында ҡайта. «Ворошилов» исемендәге колхоздың Ташҡыя бригадаһында малсылыҡта эшләй, һуңынан ырҙын табағында ҡарауылсы итеп күсерелә. Шулар аныҡ ҡына хәтергә уйылып ҡалған: мин өсөнсө класта булһа кәрәк, Фәниә һеңлем әле уҡыуға төшмәгән. Бәләкәй генә өй эсе, яртыһын урындыҡ биләгән, һул яҡта плиталы, икмәк һала торған һәм дә ҡаҙанлы, һәндрәле мейес ултырған, бәләкәй генә аҫмалы шкаф, усаҡлыҡ алды. Уң яҡта яһалма өҫтәл, бер-ике ҡулдан эшләнгән бүкән, бер эскәмйә. Иҙән уртаһы атайымдың тауыҡ-ҡаҙ ситәүкә-кәрзинкәләре, һирәк кенә күреп ишеү урыны. Көн дә тигәндәй беҙҙең өй эсе кеше тулы булыр ине. Төрлө әкәмәттәр һөйләшәләр, бер ҡышын бүре тип эт ҡыуыуҙарын хәтерләйҙәр, бер-береһен үсекләгәндәй тәләкә һаталар, үҙ-ара бәхәсләшеп тә киткәндәй күренәләр. Атайым шуҡлығы менән ауылда «теше сыҡҡан» уҙаман ине. Уның тәләкәһендә (юморында) яуызлыҡ, үсәү булманы. Күберәге шаяртыу, ҡытыҡлап алыу, йә һалпыһына һалам ҡыҫтырыу тигәндәй. Теленә эләккән кешегә борослап ҡына, семтеп кенә ҡаптырып та ҡуя, тәләкәһен мәғәнәле итеп ослап-төйнәп тә ҡуя белә ине. Халыҡ ҡайҙа ҡыҙыҡ-мәрәкә - алдан ишетеп өлгөрә бит ул. Колхоз эшенән һуң көн үткәреү, яңылыҡтар тыңлау, кәңәш-төңәш итеү – шул беҙҙең өй һәм Әхмәт ағай Хәйбуллиндың «шахматлы» өйө тартып торғандыр күрәһең. Күп йылдар үтһә лә ауылым ағайҙары был турала онотмай, әленән-әле хәбәр яңыртып торалар. Күңел түренә һалынған хәтирәләр онотолмай, ә быуындан-быуынға күсә килеүсән. Атайымдың сираттағы шуҡлығы хаҡында әле лә Мәхмүт ағай Аллаяров ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй иҫкә ала. Верхнеуралға йәнәш ятҡан Форштадт (ҡала алды) биҫтәһендә Мишка (Михаил) исемле знакумы булды. Бер мәл атайым баҙарҙан ҡайтышлай һуғыла быларға. «О-о, Валейка, заходи, где хозяюшка Халиса?» - тип атының теҙгененә ҡулын һона. Мунса яҡҡан була Михаил. Тамаҡ ашайҙар, бер «ҡолоҡай» ҙа һемереп алалар, хәбәр һаталар яйлап знакумдар. Атайым урыҫ мунсаһында элек тә төшкәндер инде. Ҡыҙып алып, мунсаға инеп китәләр. Хәлдәре тайғансы сабынып алалар. Мишкаһы ах-ух килеп иҙәнгә төшөп китә, атай эләүкәлә ҡала. Бер сүмес йылымыс һыу ала был. «Мишка, давай, я отсюда поливать буду, сиди брат, йәме?» - ти. «Давай, Валейка, поливай!» - ти икән быныһы. Атай өҫтән сүмесенән сөбөрләтеп кенә ҡоя икән, шул арала бының башына саптырып та тора икән ҡәһәрең. «Спасибо, Валейка, давай еще!» - тип башына аҡҡан «йылымыс» менән битен, муйынын рәхәтләнеп сайҡап ултыра знакумы. Был хәлде ҡайтҡас, моғайын, атайым мәрәкәләпме, сәптерепме, үҙе һөйләгәндер. Халыҡ юҡты бар итеп һөйләмәҫ. Атайымдың ғүмере иртә өҙөлдө. 1959 йылдың 5 феврале төнөндә ырҙын табағында һаҡланған колхоз игенен ҡарауыллағанда яуыз бурҙар ғүмерен ҡыйҙы. Һунар мылтығының берҙән-бер яһаулы патроны ла атылып өлгөрмәгән. Күп йылдар үткәс, үлтереүсе әҙәм аҡтығы һис ни булмағандай беҙҙең арала йәшәп ятҡан. Был яуыз үҙе лә бөгөн юҡ инде.

Мин алтынсыла, Фәниә һеңлем өсөнсөлә уҡығанда Фуат ағайым Совет Армияһына алынды. Өс йыл кәртә тулы малды ҡарап, ҡышҡылыҡҡа бесән, утын әҙерләү, ҡош-ҡортҡа ем хәстәрләү, емеш-еләк йыйыу, уны Верхнеурал баҙарына көйәнтәләп алып барып һатыу ғәләмәттәре инәйемдең иңдәренә төштө. Инәйем:

- Өй эштәре бөтмәҫ ул, еләк-сейә һатып өҫтөгөҙҙө бөтәйтегеҙ, инде уҡыуығыҙҙы ҡалдырмағыҙ, асылында, - тип тороуы беҙҙең артабанғы белем алыуыбыҙға этәргес тә булғандыр инде. Ауылдағы башланғыс мәктәптән һуң Фәниә лә Наурыҙҙа уҡый, мин ҙур класта. Ҡыш көндәре аҙна уртаһында алты саҡрым юл үтеп ҡайтып йөрөйөм, йә утынын, йә һалам-бесәнен хәстәрләү тулыһынса минең иңгә ятты. Инәйемдең йәй осоронда һүҙе һаман иҫтә:

- Рәүеф еләк һатып «самокат» алды ла емешкә йөрөүҙән тайҡалай башланы әле, Лут бесәнгә, утынға йөрөһөн, эше лә былай ҙу күп. Һәниәм менән (Фәниәне иркәләп әйтер) икәү ҙә достайыныбҙ, аллаға шөкөр, Фуат ҡайтҡансы бирешмәбеҙ, - тиер. Эйе, һигеҙенсе класта уҡығанда, инәйем әйтмешләй, емеш-еләк һатып, ҡалғанына ҡырып-юнып аҡса еткереп «Урал» велосипеды менеп ҡайттым Верхнеуралдан. Ул мәлдәге ҡыуанғанды бер ни тип тә аңлатырлыҡ түгел ул. Күптән хыялда йөрөгән «тимер айғыр»ҙы ауыҙлыҡлап алынды бит.

1964 йыл. Наурыҙ урта мәктәбен тамамлап, ҡулыбыҙға ике тиҫтәнән ашыу егет-ҡыҙ аттестат алабыҙ. Ул йылы яҙ ҡапыл килде. Урал тауҙарынан, үҙәндәренән төшкән ҡар һыуынан Яйыҡ йылғаһы ярҙарынан сыҡты. Ауылдарҙы баҫты, баҫма-күперҙәр аҡты, баҡсалар, иген баҫыуҙары тотош батҡаҡҡа әйләнде. Фажиғәләр булманы, ташҡын ярайһы ғына матди зыянға ла һуҡты, яҙғы баҫыу эштәре һуңланы, кешеләрҙең берәмекләп йыйған тормош кәрәк-яраҡтары юҡҡа сыҡты. Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағанға быйыл 50 йыл. Ирекһеҙҙән мәктәп йылдары, хөрмәтле уҡытыусылар, һабаҡташтар күҙ алдына килә. Ни тиһәң дә беҙ ҙә хәҙер хеҙмәт ветерандары, етенсе тиҫтәгә аяҡ баҫабыҙ. Наурыҙҙан ситтә ятҡан Көсөк (Маяҡ), Сораман, Ғәҙелша, Йәндек, Ташҡыя, Мәҫкәү, хатта Ҡотой, Ҡолош, Ишмәкәй, Рәсүл, Ҡоҙаш, Иманғол балалары ла Наурыҙ мәктәбендәге ятаҡта йәшәне, белем алды. Ошо тирәләге ауылдарҙан тик Наурыҙҙа ғына урта мәктәп эшләне, белем биреү кимәле лә юғары булғанғамы, уҡыусылар тирә-яҡтан тартылыштырҙылар.

Беҙ уҡығанда мәктәп директорҙары булып Ғәли Фәйзирахман улы Теләмишев, Таймас Шәрифулла улы Ниязов, Сәғит ағай Фәйзуллин, Әғләм Ағзам улы Янбаев эшләне. Был директорҙарҙың һәр береһенең үҙ йөҙө, холҡо, эш алымдары, тәрбиә «метод»тары булды. Ғәли, Таймас ағайҙар беҙҙең бала күңелендә күпмелер ҡатылыҡтары, ҡырыҫлыҡтары, тәкәберлектәре, етдилектәре менән, ә инде Әғләм ағай үтә лә етди булһа ла үҙенең хәстәрлеге, ябайлығы аша күҙ алдында тора. Мин үҙем дә күп йылдар уҡытыусы, етәксе вазифаларында эшләгәс, өс директорҙың да характер һыҙаттарын ыңғай баһалайым. Мөһиме шунда, улар бала күңелен рәнйетергә, шәхесен кәмһетергә юл ҡуйманылар, һәр йәһәттән ғәҙеллекте алға һөрҙөләр. Мин был турала «Наурыҙ мәктәбенә мәдхиә» мәҡәләһендә ентекле итеп һүрәтләгәйнем, шуға ла ҡабатлап тормайым тиеүем.

... Рәйсә апайым менән Әғитәф еҙнәм ғаиләһе менән ул ваҡытта гөрләп торған, киләсәктә ҙур хужалыҡтың идара үҙәге буласаҡ МТС-та дауахана йәнәшәһендә, Балэскәндең Яйыҡҡа ҡойған еренән алыҫ түгел йәшәнеләр. Яр буйында пекарня, хужаһы Нурулла еҙнәй, ҡалас-икмәктәр бешереү өсөн тыуған уҙаман, ярҙамсыһы Зөлхизә апай. Апайым МТС ашханаһында шеф-повар, еҙнәм механик ине. Балаларынан Филүзә, Дим, Дилә бәләкәйҙәр ине әле. Күршеләренән Әхмәт еҙнәй, Сәлимә апайҙың ҡыҙҙарынан Мөслимә, Фатима, Әхмәтйән ағай Ғүмәров, Факиһа апайҙың ҡыҙҙары Зөбәржәт, улдары Мөхтәр, Сабир, Зада апайҙың улы Ғәбдрәхим Ғафаров, Әхмәҙиә ағай Мәҙиәровтың ҡыҙы Фатима, улы Йосоп, Әхтәмовтарҙан Салауат, Юлай, Ғәйнетдиновтарҙан Рәйес, Дауытовтарҙан Дамира, Алмас, Ғабдуллиндарҙан Нурғәле, Ғибәҙәтовтарҙан Дилә, Рәйес һ.б. менән аралашып, төрлө уйындар уйнап үҫтек.

Наурыҙҙа мәктәптең янында ғына, йылға буйында тиерлек Иркәбай ағайым, Әминә еңгәм Сөләймәновтарҙа мин, һеңлеләрем Фәниә, Хәснә, Әлфиә ятып уҡыныҡ бер ҡышын. Былай ваҡытта ла көн дә уларҙан сыҡмай инек инде. Алим, Алма, Алсу, Йәмиләләр ҡайһылыр уҡыу йәшендә.Үҙҙәре ишле булыуға ҡарамаҫтан, ағайым да, еңгәм дә беҙҙе үҙ балалары кеүек яҡын күрҙе. Күршеләре Мофассал бабайҙың улы Алим менән ҡорҙашмын. Айырылғыһыҙ дуҫтар булдыҡ. Шуныһы йәл, армияла фажиғәле үлемгә дусар булды. Атаһы кеүек скрипкасы, гармунда өҙҙөрөп уйнаны. Бик тә тәртипле егет булып үҫеп килә ине Алим. Иркәбай ағайым инәйемдең бер туған ҡустыһы. Колхоз осоронда «Ворошилов» колхозы рәйесе Ғалиб ағай Ишморатовтың ярҙамсыһы булып эшләне, оҙаҡ йылдар һалым инспекцияһында, страховкалау системаһында агент, инспектор вазифаларында хеҙмәт итте. Мәғлүмәтле, йыйнаҡ һәм грамоталы кеше булды ул. Әминә еңгәмдең күмер ҡуҙында өтөп бешергән картуф тәме, ҡаймаҡлы ҡатығы әле булһа телем осонда. Балаларынан Алма, Алим, Дилшат ҡыҙҙары, Рәүил улдары йорт һалып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп матур итеп йәшәп яталар бөгөн. Хәҙер үҙҙәре лә олатай, өләсәй (әзәй) булып бөткәндәр.

Өләсәйемдең бер туған һеңлеһе Сәлиха апайым менән Ғәлисолтан еҙнәм Сәйетғәлиндар Мәҫкәү ауылында йәшәнеләр. Апайымдың өйө гөлтләп торҙо, мул итеп картуф сәстеләр, йәшелсә баҡсалары гөрләп үҫте, сәскәләре күҙҙең яуын алырҙай булды. Уңған ҡыҙ-уландар үҫтерҙеләр. Хәснә һеңлем һаулыҡ һаҡлау, Салауат, Самат ҡустылар производствола, Әлфиә һеңлем кооперация өлкәһендә уңышлы эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар. Ғәлисолтан Ғималетдин улы «Ворошилов» һуңынан «Ленин» исемендәге колхоздарҙың Мәҫкәү, Ташҡыя бригадаларында иҫәпсе, бригадир, байрамғол совхозы ойошторолғас та төрлө вазифалы эштәрҙә булды. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, тиҫтәләгән миҙалдар, Почет грамоталары, республика Президенты М.Ғ.Рәхимовтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Үтә лә аҡыллы, баҫалҡы, кешеләргә алсаҡ һәм ярҙамсыл булып иҫтә ҡала ул. Фәниә һеңлем беҙҙең ғаиләлә төпсөк ҡыҙыҡай, атайым, инәйемдең иң иркә бала булып үҫте. Рәйсә апайымдың Филүзә ҡыҙы менән бергә үҫтеләр улар. Икеһе лә бер төптән үҫте, апайым һауынсы булғас, бер ҙә бушамай ине. Уҡытыусыбыҙ Мозафар ағай менән Нажия апайҙың ҡыҙҙары Мәрйәм дә гел беҙҙә булыр, өйҙө бер тултырып, геү килеп уйнарҙар ине.

Фәниә яҡшы уҡыны. Наурыҙҙа уҡығанда өйҙә инәйемдең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булды. Еләк-емеш тиреү, уларҙы таҙартып, аҙнаһына өс мәртәбә Верхнеурал баҙарына көйәнтәләп ташып һатыу, аҡсаһына өҫ-башты йүнәтеү, аҙыҡ-түлек алыу, өй эсендәге мәшәҡәттәр уның да иңенә төштө. Инәйемдең: «Уҡыуығыҙҙы ташламағыҙ, балалар!» - тип ныҡып ултырыуын, беҙ, әлбиттә, онотманыҡ.

Бер йыл Наурыҙ мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләгәс Фәниә БДУ-ға инде. Бында ул йәмәғәт эштәрендә ҡайнаны, иҫтә, М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһында төп ролдәрҙә уйнауы. Матур итеп йырлай, бейей, тасуири итеп шиғырҙар һөйләүен тамашасылар ифрат яратыр ине. Университетты тамамлағас райондың Рысай, Илсе мәктәптәрендә уҡытыусы, завуч, Учалы ҡалаһы пионерҙар йорто директоры, комсомол комитетының икенсе секретары, һуңғараҡ Учалы ҡалаһы партия комитетының идеология буйынса секретары, Учалы ҡала һәм район хакимиәте кадрҙар буйынса етәксеһе, Учалы район советының эштәр буйынса идарасыһы, Учалы ҡала-район мәҙәниәт бүлеге начальнигының урынбаҫары булып эшләне. Үҫеш баҫҡыстары Фәниә Вәли ҡыҙын юғарыға саҡырҙы. Өфөлә Башҡортостан уҡытыусыларының белемдәрен камиллаштырыу институтында профсоюз ойошмаһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе ярҙамсыһы, Башҡортостан Президенты эргәһендәге академия идаралығында декан вазифаһында эшләй.

Ф.В.Дәминдәрова философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды. Тормош иптәше Әхәт Ханнан улы Вилданов. БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты, РФ, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, БР атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

Фәниә һеңлемдең ҡыҙы Гөлнара Шәүкәт ҡыҙы тарих фәндәре кандидаты, академияның өлкән уҡытыусыһы, хәҙерге көндә доцент. Эмиль исемле ул үҫтерә, уның хыялы – һәйбәт спортсы булыу. Теләктәре ҡабул булһын!

 

 




Поиск по сайту:







©2015-2020 mykonspekts.ru Все права принадлежат авторам размещенных материалов.